Йәмғиәт
21 Май 2024, 10:43

Һомай икенсе мәктәп бәхетенә булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе алдында бер ҡағыҙ ятты.

Һомай икенсе мәктәп бәхетенә булдыҺомай икенсе мәктәп бәхетенә булды
Һомай икенсе мәктәп бәхетенә булды
Ябай түгел, тышына Республика башлығы тип яҙылған, етди генә документҡа оҡшаған. Грамотаға тартым. Залда ултырған һәр бере шунан күҙен ала алманы, моғайын, Р. Баянов берәйһенә Хәбировтың Маҡтау хатын алып килгәндер. Бәлки, миңәлер? Күпме эшләп, эшемде күрмәйҙәр, ваҡыттыр инде мине лә иғтибарға алырға, Радий Фәрит улынан Грамота алһам, иллә ғәләмәт булыр ине, шартлай яҙырҙар ине бөтәһе лә. Миңәлер инде, бында минән башҡа тағын кемгә булһын? 
Бындай татлы хыялдарҙы Рөстәм Сәлим улы селпәрәмә килтерҙе - Һомай тотоп килгән. Ҡошто түгел, әммә әһәмиәте буйынса ҡоштар батшаһы ҡыҙынан һис ҡалышмай - аҡыллы колонка. Саф башҡортса һөйләшкән, төрлө һорауҙарыңа яуап биргән, Яндекс колонканың һыңары Һомай-колонка. Уныһын кемгә бирҙеләр? Ермолаевоның икенсе мәктәбенә. Баҡтиһәң, бындай колонка Башҡортостанда ни бары 200 генә икән, бына, шуларҙың береһе икенсе мәктәп бәхетенә яҙҙы. Ҡотлайбыҙ, коллегалар һәм саҡ ҡына көнләшәбеҙ - бындай ҡоштан береһе лә баш тартмаҫ ине. 
Автор:
Читайте нас