Йәмғиәт
23 Май 2024, 11:45

Ҡыҙҙар килде клубҡа

Пенсия аҡсаһын алырға. 

Ҡыҙҙар килде клубҡаҠыҙҙар килде клубҡа
Ҡыҙҙар килде клубҡа

Бөгөн Ялсыҡайҙа байрам - пенсия килде. Был мәлде бар ауыл көтөп ала, бигерәк тә Ялсыҡайҙың ҡатын-ҡыҙы өсөн бик әһәмиәтле көн, концертка барғандағылай итеп, матур кейенәләр, өйҙән сығыр алдынан йәнә көҙгөгә күҙ төшөрәләр, ҡатын заты нисә йәштә лә ҡыҙ булып ҡала. Клуб кеше менән тула. Ауыл бәләкәй, көн дә бер-береһен әллә нисә күрһәләр ҙә, клубтағы осрашыу - икенсе хәл, йәш саҡтарында уйынға килгәндәге ише, дәрттәре ташып тора, һөйләшер һүҙ бөтмәй.

Инәй-апайҙарҙы ҡыҙҙар тип яңғылыш яҙҙыңмы? Юҡ. Бер тамсы ла ике йөҙләнеү, алдау юҡ, пенсияла булһалар ҙа улар һаман йәшлектәре менән хушлашмаған кешеләр. 

Автор:
Читайте нас