Йәмғиәт
24 Май 2024, 02:48

Аңлағандар, аңлар

Район үҙәге Ермолаеволағы балалар баҡсаларында бер башҡорт төркөмө лә булмауы аптырауға ҡалдырҙы.

Аңлағандар, аңларАңлағандар, аңлар
Аңлағандар, аңлар

Көйөргәҙе районында урындағы башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышында ҡатнаштым. Был хаҡта Күмертау ҡалаһы һәм райондың бик әүҙем, етеҙ эшләгән "Юшатыр" гәзите төркөмөндә һәм Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы сәхифәһендә хәбәр иткән инеләр.

📌Был осрашыуға үҙем генә барманым, минең менән ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина ҡатнашты.

Бөгөн иһә ошо сәфәрҙән һуң күңелемдә тыуған уй-фекерҙәр менән бүлешмәксемен. Яҙмам тик Көйөргәҙе районына ғына ҡағыла икән тип уйлап та ҡуймағыҙ! Аҫта телгә алынасаҡ хәлдәр күптәргә хас! Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигән күҙлектән сығып яҙылды был кисерештәр. Әлбиттә, милләттәштәр, фекерҙәштәр ҡолаҡ һалыр һәм урындағы төрлө башҡорт ойошмаларының эшен йәнләндереү йәһәтенән уйланыр тигән өмөт менән.

Көйөргәҙегә килгәндә, быға тиклем районда "ҡыҙыу" ғына бер-нисә осрашыу үткән булған. Был турала ла хәбәрҙар инек. Шулай ҙа беҙҙең төп маҡсат - урындағы ҡоролтай эшен ойоштороуға аныҡ тәҡдимдәр һәм кәңәштәр биреү ине. Һис шикһеҙ, был кәңәштәр республиканың башҡа район һәм ҡала ҡоролтайҙарына ла ҡағыла.

📌Был осрашыуҙа (үҙемдең Көйөргәҙе районында эшләгән осорҙа бергә эшләгән) күп кенә таныштарҙы күреү бәхетенә ирештем. Ул ғына ла түгел, үҙем ҡасандыр ошо районда туған телдәр методисы булып эшләгән кабинетта ултырып һәйләшеүемә ҡыуандым. Ҡасандыр бал ҡорттары умартаһылай “геү” килеп һигеҙ методист ултырған кабинетта конференц-зал эшләгәндәр. Күңел ошонда үткән хәтирәләргә ҡайтып килде бер аҙ. Күп тә эшләмәнем унда - 2 йыл 6 ай. Шулай ҙа миңә һәр ҡайһыһы яҡын булған, ең һыҙғанып эшләгән һәр хеҙмәттәшемде иҫкә алып сыҡтым был саранан. Райондан киткәнгә 14 йыл ваҡыт үтеп тә киткән...

📌Ә инде төп маҡсатҡа килгәндә, район башҡарма комитет ултырышын ҡоролтай рәйесе Юлай Юныс улы Ишмухаметов алып барҙы. Беҙҙең кәңәш буйынса, артабан эшләү өсөн һайланған башҡарма комитет ағҙаларын төрлө комиссияларға бүленде, уларҙың рәйестәре раҫланды. Шулай уҡ 2024-се йылға эш планы проектына өҫтәмәләр, үҙгәрештәр индерелде.

⁉Милли сәйәсәт өлкәһендә килеп сыҡҡан проблемалы һорауҙарҙы иҫәпкә алып, дөрөҫ һәм системалы хәл итеү өсөн Юл картаһы төҙөргө тәҡдим иттем. Уны өс яҡлы килешеү (район хакимиәте башлығы, урындағы ҡоролтай рәйесе, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы) менән раҫларға, аныҡ сроктар ҡуйырға, бойомға ашырыусыларын билдәләргә. Юғиһә, килеп сыҡҡан һорауҙарҙы хәл итеү тик һөйләшеү кимәлендә генә тороп ҡаласаҡ. Юл картаһында яҙылған һәр һорау буйынса үтәлеү ваҡыты етеү менән ҡоролтай ултырышына яуаплыларҙы саҡырып сығыш яһатырға кәрәк. Шулай итеп артабан хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе контролдә тоторға. Әйткәндәй, был өлкәлә Салауат ҡалаһының ыңғай тәжрибәһе бар. Улар тураһында яҙып та сыҡҡан инем. Был матур тәжрибәләр тураһында ҡоролтай рәйесе менән айырым һөйләшеү булды.

⁉Районда туған тел уҡытыусыларын берләштереүсе, уларҙы әйҙәүсе методист булмауы ла уҡытыусылар араһындағы эште юғары кимәлгә сығарыуға ҡамасаулай. Был һорауҙы яҡын арала мәғариф бүлеге етәксеһе хәл итер тигән өмөттәмен. Ә инде белгесте ҡыҙыҡһындырып эшкә килтерә белеүҙәре уларҙың тәжрибәһенә, аҡыллы ҡарарына бәйле. Был йүнәлештә үҙемдең шәхсән миҫалымда әйтеп киттем.

⁉Район үҙәге Ермолаеволағы балалар баҡсаларында бер башҡорт төркөмө лә булмауы аптырауға ҡалдырҙы. "Төркөм асабыҙ, тик ата-әсәләр теләк белдермәй!" - тип әйтеүселәр ҙә булды осрашыуҙа. Тимәк, ата-әсәйҙәр менән эшләү кәрәк, аңлатыу эштәре етмәй. Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы 2018 йылдан башлап һәр районда Ата-әсәйҙәр комиссиялары төҙөргә һәм уларҙың эшмәкәрлеген балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә ойоштороға кәрәклеген көн талабы, тип киҫәтә килде. Ниндәйҙер райондар уның айышына төшөнөп, бөгөнгө тормош шарттарында кәрәклеген, мөһимлеген аңлап эште уңышлы ойоштороп алып киттеләр. Тик ҡайһы бер райондарға был иҫкәртеүҙәр ҡағылмайыраҡ үткән һымаҡ тойола.
Ыңғай миҫал итеп күршелә генә, 10-12 саҡырымда, урынлашҡан Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайын әйтер инем. Ҡаланың ике яғында 2 башҡорт балалар баҡсаһы ("Айгөл" һәм "Азамат") уңышлы ғына ҡала халҡының милли рүхта йәш быуынды тәрбиәләү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп килеүенә ҡарамаҫтан, урыҫ телендә тәрбиә биреп килгән 5 балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеүгә өлгәштеләр. Был, әлбиттә, бер йыл эсендә генә эшләнә торған эш түгел! Улар 2019 йылдан башлап, Прогимназия имени Мухамета Искужина г.Кумертау менән берлектә, йылына 1-2 тапҡыр ҙурлап Ата-әсәләр конференцияһын ойоштороп киләләр, телде өйтәреүҙең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатыу өсөн Өфөнән төрлө спикерҙар - тел белгестәрен, философтарҙы һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йәлеп итеп торалар. Бына бит, системалы эш үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтә. Хатта ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт телен өйрәтеү курстарын бер-нисә тапҡыр ойошторҙолар. Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тип бик хаҡ әйткән икән боронғолар.

⁉Планға тағы ла башҡорт телен уҡытыу сәғәттәрен һаҡлап алып ҡалыу ниәтенән урындағы ҡоролтайҙың мәгариф комиссияһына мониторинг үткәреүҙе индереү тураһында кәңәш әйттем.

⁉Шулай уҡ, урындағы халыҡтан район үҙәгендә урынлашҡан (был һәр районға, ҡалаға ҡағыла) сауҙа нөктәләре, урам исемдәре дөрөҫ яҙылыуы-яҙылмауы, алтаҡталарҙа башҡортса тәржемә булмауы тураһында ишеткән инек. Был йүнәлештә лә үҙебеҙ әүҙемлек күрһәтеп, инициатива менән сыҡмаһаҡ, хаталы яҙыуҙарҙы ысынбарлыҡ тиеп ҡабул итеп, өндәшмәй ҡалырбыҙ микән?

⁉Быға тиклем үткәрелеп килгән Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа айырым "Башҡорт теле. Журналистика" секцияһы төшөп ҡалыуын да аңлап етмәйем. Бар республикаға "ике телде белгән, ике телдә яҙа алған журналистар, корреспонденттар, белгестәр етмәй", тип республика кимәлендә ҙур форумдар - медиайыйындар уҙып килә. Әлегә тиклем эшләп килгән тележурналистрҙы, матбуғат хеҙмәткәрҙәрен алмаштырырға кеше таба алмай интегеп йәшәгән заманда был дөрөҫмө икән? Ә бит улар менән һөнәри йүнәлеш биреү эше мәктәптән башлана бит, ә ошо секция эшендә сығыштар уларға этәргес майҙансыҡ булып тора.

⁉Мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡурай, бейеү түңәрәктәрен үҫтереү тураһында, район үҙәгендә башҡорт балалары, үҫмерҙәре менән эште йәнләндереү кәрәктер. Туған телде өйрәнеү процесында мәҙәниәт һәм мәғариф бер-береһе менән айырылғыһыҙ икәнен белеп эш итеү кәрәк.

⁉Районда үткән төрлө сараларҙа ҡатнашыу ул - һәйбәт күренеш, ә шулай ҙа урындағы ҡоролтайҙарҙың үҙ саралары булыу зарур. Был юҫыҡтағы иҫкәрмәне ҡоролтай ағҙалары аңлап алды шикелле. Һөйләшеү барышында ырыуҙар йыйынын уҙғарыуҙы икенсе йылға планлаштырылды. Ә әҙерлекте быйыл уҡ башлау мөһим.

⁉️Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина ҡоролтайҙың интернет селтәрендәге сәхифәһендә әүҙем эш алып барыу тураһында тағы ла бер иҫкә төшөрҙө. Ысынлап та, 2020 йылда һәр ҡоролтайҙың аккаунтын будырырға тигән маҡсат ҡуйылған ине. Унда райондағы/ҡалалағы башҡорт йәмәғәтселеген йәлеп итеп (подписчиктар йыйып), башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар тураһында, эшләнәсәк һәм эшләнгән эштәр тураһында мәғлүмәт сығарып барырға тип тә һөйләшкән инек. Тик ҡайһы бер райондар, милли составы буйынса 45-60 % башҡорт милләтле булыуына ҡарамаҫтан, 180 подписчик менән ултырыуы ла һәйбәт күренеш түгел. Минең меннән килешәһегеҙҙер? Онлайн кәңәшмәләрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының медиа етәксеһе Гүзәлиә Балтабаева бар республиканың муниципалитеттарына анализ яһап әллә күпме сығыш яһаны. Шулай уҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлекте нисек алып барырға ла өйрәткән ине.
Әйткәндәй, был өлкәлә ыңғай миҫал итеп Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайынМәсетле районы башҡорттары ҡоролтайынБөрйән районы башҡорттары ҡоролтайын килтерер инем.

⁉️Ил Президенты 2024 йылды Ғаилә йылы, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәштәр йылы тип иғлан иткәне мәғлүм. Шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәштәр йылы сиктәрендә Мәләүез районында уҙғарасаҡ "Рух майҙаны" күсмә комплекслы сараһына Көйөргәҙе районының делегацияһы барып, үткәреү тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтып, көҙ айҙарында районда уҙғарырға тигән кәңәш тә бирҙек.
Йәш ғаиләләр – дәүләт киләсәге икәнен барыһыла аңлай. Күп кенә сараларҙың фотоларын ҡараһаң, бер йәш кеше лә ҡатнашмаған икәнен күреп күңелем һыҡтай... Ил-лә мәгәр, аҙаҡтан, иҫ китмәле сара үткәрҙек, тип маҡтанып та ҡуйыусылар күп. Һин дә, мин дә,
Мөхәмәтәмин, тигән һымаҡ, былай ҙа телде белгән рухлы инәйҙәр, апайҙар менән сара үткәреүҙән генә тел үҫеш алыр микән? Ҡайҙа киләсәк быуын? Ҡайҙа йәштәр??? - тип ҡысҡырып һорағы килә.

Был йәһәттән нимә үткәрәйем тип уйланырға түгел. Һеҙҙең өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барыһын да уйлап, иғлан ителгән йылды үткәреү буйынса методик кәңәштәр, уларға өҫтәп баһалау критерийҙарын да булдырған, райондарға таратылған. Тик уларҙы уҡып сығып, муниципалитеттың мөмкинлегенә, урындағы ҡоролтай тәжрибәһенә ҡарап һайлап алып үткәрергә генә ҡала. Ә инде йыл аҙағында әүҙем эшләгәндәр үҙҙәренең баһаһын ала, төрлө призлы урындар яулай. Ошонда инде кемдең нисек эшләгәне күренә лә инде. Ғәҙәттәгесә, был тантанала Республика етәкселеге ҡатнашып килә. Урындағы һәр ҡоролтай өсөн ғорурлыҡ бит.

⁉Шулай уҡ Республика Башлығы гранттарына Фонд грантов Главы Республики Башкортостан матур милли проекттар яҙыу ҙа кәрәк. «Алма беш, ауыҙыма төш», - тип аҡса көтөп ятҡан замандар күптән юҡ. "Аҡса булһа үткәрер инек, аҡса юҡ шул..." - тип зарланыусылар күп әлбиттә. Үткән осрашыуҙа ла әйтеүселәр булды. Был гранттар нәҡ һеҙҙең өсөн. Команда туплап, төшөнөп, 1-2 көн көн ваҡыт табып, ултырып яҙыу ғына кәрәк.
Бында ла күптәре "Беҙгә был грантты ниндәй ойошма исеменән бирергә һуң? Ҡайҙан табайыҡ буш НКО?", - тип ҡысҡырып йонсота. Яуап: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өс йыл инде һеҙгә юристар аша үткән әҙер район ҡоролтайы Уставын, протоколдарын бирергә әҙер. Бының турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова һәр кәңәшмә һайын киҫәтеп килде. Район/ҡала ҡоролтайҙарына тик район исемен генә алмаштырып, протоколдарын тултырып Минюстҡа теркәргә алып барырға ғына ҡала. Бына бит, әҙер НКО бар: артабан матур идеялар туплап, гранттар яҙып, аҡса йәлеп итеп, халыҡҡа мөһим эштәр эшләп тик ултыр. Был хәҙер - замана талабы. Аҙ булһа ла, командаға эш хаҡы ла килеп сыға.
Мәғлүмәт өсөн, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы , Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы , Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы күптән инде был хәлде аңлап, айырым юридик шәхес булып теркәлде. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡоролтайы хатта грант иҫәбенә һәйкәлдәр асыуға, конкурс үткәрергә субсидиялар алырға өлгәшә алды.
Шуға ла гранттарҙа ҡатнашыу, айырым юридик теркәү үтеү бөгөнгө көндә мотлаҡ!

Минең уй-фекерҙәр кисерештәр, ҡабатлап әйтәм, һәммә рухлы, маҡсатлы милләттәштәребеҙгә, урындағы ҡоролтайҙарға ҡағыла.

Аңлап эш итәйек, йәмәғәт!

PS. Ҡайтҡас яҙып ята, үҙҙәренә әйтергә ине, - тиеүселәр булыр. Әлбиттә, Һеңдереп, сағыштырып, миҫалдар килтереп, асыҡтан-асыҡ әйтеп йөрөйөм. Тик үҙемдең сәхифәлә йөҙ йыртып, күп кенә насар булған, негатив мәғлүмәттәрҙе яҙмайым. Аңлағандар, аңларҙар!

Рөстәм Баянов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе.

Автор:
Читайте нас