Йәмғиәт
2 Июнь 2024, 06:09

Уңыштар һиңә, Сынтимер ағай!

Шулай итеп, Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын бик тә ҡәнәғәт булып, ҡыуанып, лайыҡлы шәхесебеҙгә - Сынтимер Биктимер улы Баязитовҡа ташырҙым.

Уңыштар һиңә, Сынтимер ағай!Уңыштар һиңә, Сынтимер ағай!
Уңыштар һиңә, Сынтимер ағай!

Уңыштар уға! Ә был минең ҡоролтайҙағы сығышым:
Өфө ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның сығышы.
Мөхтәрәм йәмәғәт! Ғәзиз милләттәштәр!
Йыйыныбыҙҙың мөһимлеген танып, хөрмәт йөҙө күрһәтеп килгән Президиум ағзалары һәм ҡунаҡтарыбыҙ! Сәләмләйбеҙ һеҙҙе.
Мин бында Өфө башҡорттары ҡоролтайының эше тураһында тәфсирләп, һәр береһен теҙеп һынап, күңелһеҙ әңгәмә ҡорорға йыйынмайым. Ҡала башҡорттарын туплаған, улар мәнфәғәтен, ихтыяжын күҙәткән, анализлаған, ҡулынан килгәнсә шул мәнфәғәттәргә хеҙмәт итергә тырышҡан мәртәбәле ҡор нисегерәк тормошҡа ашырырға тейеш үҙ бурысын? Шул туралараҡ фекер йөрөтмәксемен.
Белеүегеҙсә, ҡоролтай бынан биш йыл элек 14 майҙа уҙғарылған ойоштороу йыйынында барлыҡҡа килгәйне. Уға тиклем Өфөнөң һәр районында башҡорт ҡоролтайҙары булған хәлдә лә, уларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереп, берләштереп, контролдә тотоп тороусы дөйөм ҡала ойошмаһы булманы. Ул саҡтағы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин тәҡдиме һәм ярҙамы менән барлыҡҡа килгән яңы йәмәғәт ойошмаһы ошо юҫыҡта ойоштороу эштәрен башлап ебәрҙе.
Беләһегеҙ, ҡала мөхитендә этник ассимиляция күренештәре көсәйә бара, был хәл, туған телен бик насар белгән йә бөтөнләйе менән онота барған йәштәрҙең арта барыуын да иҫәпкә алғанда, ҡала башҡорттарының этник берҙәйлеген үтә ныҡ ҡаҡшата. Шуның өсөн баш ҡалабыҙҙа йәшәгән халҡыбыҙҙың ошо проблемаһын күҙҙә тотоу, анализлау Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының, ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, башҡа башҡорт йәмәғәт ойошмаларының төп бурыстарының береһе итеп ҡабул ителә.
Ошо йәһәттән беҙ ниҙәр эшләй, нисек үҙ тауышыбыҙҙы ишеттерә, нисек бер йоҙроҡ булып туплана алабыҙ? Ысынында, Өфөбөҙҙә, ғөмүмән, ҡала ерҙәрендә, башҡорт донъяһын сағылдырған, башҡортса һөйләш, башҡорт музыкаһы яңғыраған урындар бик сикләнгән. Улар - беҙҙең театрҙар, беҙҙең башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары, Матбуғат йорто, Телевидение, радио редакциялары, юғары уҡыу йорттарындағы филология менән бәйле факультеттар коридорҙары. Һуңғы йылдарҙа Милли музей, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана әүҙемләшеп китте Шуның менән бөттө, тиерлек. Шуның өсөн беҙҙең ҡоролтайҙар эшмәкәрлеге лә ошо әле атап үткән урындар, уларҙа барған саралар менән бәйле.
Мәҫәлән, беҙҙең Өфөләге башҡорт гимназиялары һәм лицейҙарында башҡорт саралары геүләп үтеп тора. Уларҙы ойошторошоуҙа беҙҙең ҡоролтайҙар ҙа ҡатнаша, әлбиттә. Ләкин был ғына етмәй. Шуның өсөн һәр район ҡоролтайы үҙенең башҡортса байрам проектын Өфө кимәлендәге сара итеп ашырырға тейеш, тигәнде төп бурыстарҙың береһе итеп атҡарырға планлаштырҙыҡ. Шулай итеп:
1.Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы – “Милли кәсепкә –яңы һулыш” тип аталған байрам-конкурсты башлап ебәрҙе, былтыр был проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды..
2.Калинин районы –“Ғаилә мәктәбе” байрамы.
3.Совет районы – Башҡорт эшҡыуарҙарының “Өфөфорум” проекты.
4. Киров районы – “Ҡомартҡы” милли кәсептәр проекты.
5. Ленин районы –Милли музыка ҡоралдарында уйнаусы Өфө балалары бәйгеһе проекты.
6.Дим районы – Башҡорт балаларының милли спорт төрҙәре һәм уйындары һабантуйы проекты.
7. Орджоникидзе районы – Йолалар байрамы проекты.
Ысынында, был байрамдар бер район кимәлендә үткәрелә килде. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәҙәниәт министрлығы сараһына әйләнгән “Башҡорт ғаиләһе” бәйгеһен Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы башлап ебәреп, уны баш ҡала кимәлендә ике тапҡыр үткәреп өлгөргәйне. Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы Милли музыка ҡоралдарында уйнаусы Өфө балалары бәйгеһен тәүге тапҡыр үткәргәндә үк республика кимәленә сыҡты, ул шулай дауам итер тип уйлайым.
Ҡыҫҡаһы, был бренд байрамдары проекттары бик матур уйланған ғына түгел, улар даими үткәрелә килеп, камиллашҡан. Уларҙы әүҙем генә, киң масштабта тормошҡа ашырғанда, Өфө 7 башҡорт байрамына эйә була. Унан һуң, бренд байрамдары баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәрҙе лә бер ҡорға туплар, тип уйлайбыҙ. Сөнки беҙҙең Өфөлә йәшәгән милләттәштәрҙең күбеһе өйҙәренә бикләнгән. Башҡорт театрҙары, филармония бар – ләкин халыҡ ундағы тамашаларға йөрөмәй. Башҡорт гәзиттәре, журналдары сығып тора, ләкин халыҡ ҡағыҙ баҫмаларҙы уҡыуҙы онота бара. Бына былар ҙа проблема ул. Бына шул тәңгәлдә лә эшләргә тейеш йәмәғәт ойошмалары. Шуға ла һәр ҡоролтай эргәһендә башҡарма комитет ағзаларынан башҡа, тағы йөҙ, ике йөҙ кеше, хатта күберәк тә йәмәғәтселек ағзалары исемлеген булдырыу фарыз. Был бурыс һәр ҡоролтай етәксеһенә еткерелгән, уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, әлбиттә, бөгөн Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлаясаҡ яңы етәксенең дә бурысы буласаҡ.
Ғөмүмән, беҙгә ана шул башҡорт мөхите тупланған урында ғына бикләнеп үткәрергә кәрәкмәй бындай сараларҙы. Шундай урындарҙы күбәйтергә кәрәктер ул? Мәҫәлән, ҡайҙа халыҡ күп йөрөй. Эйе, сауҙа үҙәктәрендә, парк-баҡсаларҙа. Башҡорт тауышын ишеттереү өсөн ниңә уларҙы файҙаланмаҫҡа? Быны әлбиттә ҡоролтайҙар ғына эшләй алмай, ләкин тамашасыларҙы йыйырға ярҙам итә ала. Был юҫыҡта эш башланып тора, ҙур сауҙа үҙәктәрендә башҡортса акциялар, концерттар, Ағиҙел буйында ойошторолған Ритайымдар үҙе бер матур яңылыҡ булды. Халыҡ ижады үҙәге был сараның ҡыҙыҡ икәнен Планета сауҙа үҙәгендә “Тамға” конкурсының финалын ойоштороп раҫланы. Ул тамашаны халыҡ шул тиклем ҡыҙығып күҙәтеүенә шаһит булынды ул саҡта.
Унан һуң, беҙгә Өфөләге башҡорт балаларын бер майҙанға туплау сараһын да күреү кәрәк. Мәҫәлән, “Шаяниум” кеүек сара ойошторола башлағас, балалар шул тиклем бер-береһенә яҡынайҙы. БСТ-лағы “Тамыр” каналы ла шулай бар республика балаларын бер майҙанда туплай. Был бик мөһим эш, шулай бит? Беҙ ҙә балалар менән эшләү өсөн “Лидерҙар мәктәбе” проектын ойоштороп, уны эшләтеп ебәрҙек. Беҙҙең атай-әсәйҙәр балаларҙы бейергә, йырларға, спорт секцияларына йөрөтә. Сөнки ихтыяж бар. Ихтыяж, мәҫәлән, балаларҙы финанс грамоталығына өйрәтеүсе курстарға ла бар. Атай-әсәйҙәргә афарин, улар һуңғы тинен түләп булһа ла, ошо ихтыяжды ҡандырырға тырыша. Ләкин бер проблема бар бында: ниңә әле беҙ балаларыбыҙҙы шул финанс йәки башҡа йүнәлештәр буйынса ла бер майҙанға туплай алмайбыҙ? “Лидерҙар мәктәбе”нең маҡсаты шундай ине. Һәм беҙ был проекттың ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса курстарҙы башлап ебәрҙек тә инде. Мәҫәлән, Финанс мәктәбенең төп базаһы итеп 20-се мәктәпте һайланыҡ, Өфөнөң башҡорт гимназия-лицейҙары уҡыусыларын йыйып, унда бер нисә тапҡыр семинарҙар үткәрҙек. Бынан тыш, айырым һөнәрҙәргә, мәҫәлән, юридик белемгә эйә булырға теләгән балалар һәм йәштәр өсөн бер нисә осрашыу үткәрҙек. Бер нисә осрашыу Ғаилә мәктәбе ҡанундары һәм серҙәренә арналды. “Лидерҙар мәктәбе”нең бөтә йәнәлештәре лә ҡыҙыҡлы балалар өсөн, улар ҡыҙыҡһына, балаларыбыҙҙы төрлө йүнәлештәр буйынса бер майҙанда туплап, уларға ниндәйҙер фәнни, теоретик түгел, ә тормошсан тәжрибә аша һабаҡтар, белем, күҙаллауҙар биреү маҡсатыбыҙ. Нимә тиҙәр әле: һин миңә һөйләмә, һин миңә күрһәт. Был ҡағиҙә бигерәк тә актуаль бөгөн. Шуға ла был эште Мэрияның мәғариф идаралығы ярҙамы менән дауам итергә тейеш беҙҙең ҡоролтайҙар.
Беҙ тәҡдим итә торғандар, үҙебеҙ ең һыҙғанған эштәр күп инде ул. Мәҫәлән, Ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошон күҙәтеү, булған проблемаларҙы ваҡытында асыҡлау, мәғариф органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һымаҡ мәсьәләләрҙе тормошҡа атҡарыуҙы ла үҙебеҙҙең бурыс итеп алғанбыҙ. Өфө ҡоролтайы эргәһендәге Ата-әсәләр комиссияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған ата-әсәләр комиссияһы менән берлектә бик әүҙем эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: Өфөлә балаларын башҡорт мәктәптәрендә уҡытырға, башҡорт балалар баҡсаларында тәрбиәләргә теләгән йәш атай-әсәйҙәр арта бара. Уларҙың үҙ инициативалары менән төрлө саралар ойоштороуы хуплауға лайыҡ. Ҡоролтайҙар ҙа уларҙың таянысы, терәге булырға тейеш.
Әлбиттә, Өфө ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының һәр береһе, бында делегат булып килгән милләттәштәребеҙ ҙә, яуаплы вазифалар биләй, халҡыбыҙ мәнфәғәтен, ихтыяжын күҙәткән, анализлаған, ҡулынан килгәнсә шул мәнфәғәттәргә хеҙмәт итергә тырышҡан абруйлы кешеләр. Улар үҙ урынында йәмғиәткә файҙалы, ҡулынан килгән эштәр менән була. Ләкин улар ҙа йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, халҡыбыҙға файҙалы булырға тырышырға тейеш. Хәтерләйһегеҙме, совет осоронда һәр кешенең ыңғай сифаты итеп баһалана ине “йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша” тигән һүҙ. Ошо ҡағиҙәне ҡайтарырға кәрәк тормошобоҙға. Ыңғай өлгөләрҙе, ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә кәрәк бит милләттәштәргә. Италия ғалимы Паретоның ҡағиҙәһе буйынса, тәбиғәттә лә, тормошта ла 80 процент һөҙөмтә 20 проценттың тырышлығы менән булдырыла. Халҡыбыҙҙың 20 генә процентын булһа ла ошо йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүгә өлгәшәйек, тимәксе инем. Ҡөрьән Кәримдең Ғимран сүрәһендә лә: “Яҡшы эштәргә өндәп, насар эштәрҙән тыйып йөрөгән йәмәғәт булһын”,- тиелә. Шуға ла бына шундай йәмәғәт ойошмаһына әүерелергә тейеш беҙҙең ҡоролтайҙар.
Ғөмүмән, Башҡорт ҡоролтайҙары халыҡ менән власть араһында аралашсы ролен үтәп, уның талаптарын, теге йәки был күренештәр, хәл-ваҡиғалар, ғәмәлдәр тураһындағы фекерҙәрен етәкселәргә лә белдереп тороусы бер трибуна булырға тейеш, тигән инаныуҙабыҙ.
Граждандар йәмғиәте институты - ул күп төрлө фекерҙәр. Бөгөн Рәсәй Президенты кимәлендә лә, беҙҙең Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы тарафынан да гражданлыҡ йәмғиәте институтының эшмәкәрлеге һанлана, ҡабул ителә икән, тимәк, улар яңғыратҡан төрлө фекерҙәр ҙә ҡабул ителергә тейеш. Сөнки граждандар йәмғиәте тарафынан ишеттерелгән күп төрлө фекерҙәр власҡа, беҙҙең етәкселәргә нығыраҡ кәрәк икәнен етәкселәр үҙҙәре лә әленән-әле ҡабатлап тора.
Ә бында йыйылған делегаттарға шуны әйтке килә: бер аҡыл эйәһенең “Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, бәләкәй генә булһа ла үҙ шәмеңде яндыр” тигән аҡылын йәшәү девизы итеп алайыҡ. Һәр беребеҙ Башҡортостаныбыҙҙың, уның баш ҡалаһы Өфөбөҙҙөң сәскә атыуы, милләтебеҙҙең үҫеше өсөн бәләкәй генә булһа ла эш атҡарайыҡ. Был эш өсөн түләү йә наградалар һорамағыҙ. Радий Фәрит улы әйтмешләй, рәхмәт ишетергә лә бик өмөтләнмәгеҙ. Рәхмәт һүҙе ишеткәндән һәр йүләр дәртләнә, ә һин үҙ адресыңа әйтелгән әрләү, тәнҡит һүҙенән сәмлән һәм артабан эшләүеңде дауам ит, үҙеңдең ихлыслығыңды иҫбатла.
Эйе, халыҡты йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү бик еңел түгел хәҙер. Йәмәғәт эштәрендә битараф булмағандар, энтузиастар, йөрәге булғандар эшләй. Миңә бынан биш йыл элек Өфө ҡоролтайы рәйесе вазифаһын осраҡлы рәүештә генә таҡҡайнылар. Ул саҡта беҙ ойоштороу комитетында Өфө ҡала администрацияһында эшләгән сағындағы эштәре менән бырығыҙға ла яҡшы таныш Сынтимер Баязитовтың кандидатураһынан башҡа кешене күрмәй инек. Тик ул саҡта уны үткәрә алманыҡ. Бына әле Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты етәкселәре,
Өфө ҡала округы хакимиәте етәкселәре менән кәңәшләшеп,
Сынтимер Биктимер улы Баязитовты
Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын үҙ иңенә алыуын һораныҡ.
Йыйындың рәйесе Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙынан был тәҡдимде тауышҡа ҡуйыуын үтенәм.
Алып барыусы Сынтимер Биктимер улының кандидатураһын тауышҡа ҡуя.

Гөлфиә Янбаева, Өфө ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас