Йәмғиәт
4 Июнь 2024, 10:20

Бергә йәшәү - бүләк!

Уларҙың айырым-айырым йөрөгәнен күрһәк тә, һирәк күрәбеҙ. 

Бергә йәшәү - бүләк!Бергә йәшәү - бүләк!
Бергә йәшәү - бүләк!

Гел бергәләр. Керәүле-Илюшкин ауылы тотҡалары - береһе мәктәп директоры, икенсеһе ауыл башлығы. 

Ниндәй байрам, сара (ауыл масштабында ғына түгел, район, хатта республика кимәлендә) булмаһын, унда мотлаҡ улар ҙа булыр. Игорь һәм Надежда Ворошиловтар. Бына бөгөн дә улар бергә. Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының съезы бара. Шунда ҡатнашып йөрөйҙәр. Быйылғы Ғаилә йылында, вазифаһы талап иткәнсә, байтаҡ ғаиләләргә бүләк өләштеләр, өләшәсәктәр, үҙҙәренә лә, берәй юғарыраҡ вазифалы кеше күреп, бүләк бирһә килешер ине.

- Афарин, Игорь Леонидович, Надежда Николаевна, матур эшләйһегеҙ, матур донъя көтәһегеҙ, матур балалар үҫтерәһегеҙ... 

Хәйер, улар бындайҙы көтмәй ҙә, бергә йәшәүҙәре үҙе бүләк.

Автор:
Читайте нас