24 май көндө Мораптал ауылында йәшәгән класс етәксебеҙ Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы Ғисматуллинала осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Апабыҙ 1972-1974 йылдарҙа беҙҙең класс етәксебеҙ булды. Ул йылдар апабыҙҙың иң дәртле, көслө ваҡытына тура килгәндер. Сөнки ул ваҡытта беҙ ҡайҙа ғына барманыҡ, ниндәй генә ярыштарҙа ҡатнашманыҡ. Ә беҙ төрлө ауыл балалары бит: Аҡһары, Иҫке Мораптал, Яҡут, Ҡалта. Ул бөтәбеҙҙе лә яҡын күрҙе, үҙ итте, шулай уҡ кәңәшсебеҙ, серҙәшебеҙ булды. Шуғалырҙа, мәктәпте тамамлағас, күбебеҙ уҡытыусы, тәрбиәсе һөнәрен һайланыҡ, апабыҙға оҡшарға тырыштыҡ.
Ошо урында 1968-1972 йылдарҙа тәүге класс етәксебеҙ булған Рәйфә Ильясова-Абдрашитованы ла иҫкә алмай үтеү яҙыҡ булыр. Рәйфә Рафиҡ ҡыҙы беҙҙе 5-се класта ҡаршы алды. Беҙ уны ла бик яраттыҡ, үҙ әсәбеҙ кеүек күрҙек. Бер һүҙ менән генә әйткәндә беҙ класс етәкселәребеҙҙән уңдыҡ.
Бына, ниһайәт, тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Фирҙәүес апабыҙ ҡолас йәйеп, өҫтәл тулы һый-хөрмәте менән ҡаршы алды. Аллаға шөкөр, һаман да дәрт-дарманы ташып торған, асыҡ йөҙлө, киң күңелле апабыҙҙы күреү, беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы әлеге мәлдә абруйлы абыстай.
... Тик беҙ нишләптер үҙебеҙ уҡыған мәктәбебеҙҙе һағынабыҙ. Ундағы мәктәп директоры Сыртланов Рафиҡ ағай, немец теле уҡытыусыһы Арғынбаев Ҡәттәл, математика уҡытыусыһы Мөлөкова Мәрфуға, химия уҡытыусыһы Рәжәпов Рәмил ағайҙар хәҙер беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә киттеләр инде, уларҙың урындары ожмах түрҙәрендә булһын. Ә рус теле уҡытыусыһы Закир Әкбәров, биология уҡытыусыһы Лилиә Агишеваларға иҫәнлек, именлек теләйбеҙ...
Миңзиә ҠОТЛОӘХМӘТОВА, Ермолаево ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.