- 2017 йылдан бирле сиратта тора инек. Ҡатыным Гүзәлиә Әҡсән ҡыҙы менән 4 ҡыҙ, 2 малай тәрбиәләйбеҙ. Колхозда (Киров исемендәге хужалыҡ) заправкала эшләйем, әле ҡыҙыу бесән ваҡыты булғас, сертификат тапшырыу тантанаһына бара алманыҡ. Шулай ҙа, беҙ бик шатбыҙ, беҙҙең өсөн был ҙур ғына ярҙам.
Был көндө Зәлиә Искәндәрова, Светлана Еникеева, Айгөл Әхмәтова, Анна Храмова, Әлфиә Ҡазбикова, Рәмил Таңатаров, Гөлфирә Хоҙайбирҙина, Гөлнур Зубричева ғаиләләре сертификатлы булды.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бөгөн баҫылды.