Йәмғиәт
2 Июль 2024, 07:50

Башлыҡ менән башлыҡтар осраша

Улар барыһы бөгөн Өфөлә - «Патриот» исемле хәрби-патриотик паркында.

Башлыҡ менән башлыҡтар осрашаБашлыҡ менән башлыҡтар осраша
Башлыҡ менән башлыҡтар осраша
Бөгөн ауыл башлыҡтарының барыһын (бер нисә районды, исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар) Радий Хәбиров йыйҙы. Семинарға. Республика башлығы, бына ошолай, күҙгә-күҙ ҡарашып, ауыл башлыҡтары менән һөйләшеү минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә тине. Әлбиттә, махсус-хәрби операция темаһына туҡталды (бар көстө ярҙамға йүнәлтәбеҙ, бөгөнгө көнгә һәммәһе 130 гуманитар конвой оҙаттыҡ), иҡтисадҡа ҡағылды. Беҙҙең йәнгә яҡын Айыҡ ауыл темаһын да урап үтмәне. Күберәк халыҡ менән осрашығыҙ тип наказ да бирҙе. Мошенниктар менән аяһыҙ көрәшкә саҡырҙы. 
Семинар дауам итә. 
Автор:
Читайте нас