Йәмғиәт
7 Июля 2024, 05:26

Осрашыуҙар, күршеүҙәр...

Был арала яратҡан гәзитебеҙ “Юшатыр” биттәрендә йыш ҡына класташтар осрашыуы тураһында хәбәрҙәр сығып торҙо.

Осрашыуҙар, күршеүҙәр...Осрашыуҙар, күршеүҙәр...
Осрашыуҙар, күршеүҙәр...

1966 йыл Маяҡ ҡасабаһындағы 1-се һанлы интернат мәктәбе үҙенең сираттағы сығарылышын оло юлға аяҡ баҫтыра ине. Әйтеп үтергә кәрәк, был йылды ике сығаралаш булды. Бер сығарылыш – ул ун класс бөтөргәндәр һәм икенсе сығарылыш – ул 11-се классты бөтөргәндәр. Сөнки ул ваҡытта әйтелгәнсә “Хрущевский экспериментальный класс” ун бер йыл уҡып, һөнәри белем алып сыҡтылар.
1964-се йылға тиклем интернатта һигеҙенсе классҡа тиклем генә белем бирәләр ине, ә шунан һуңғы йылдарҙа, ике башҡорт класынан бер класс төҙөп ун йыллыҡ уҡыутыу эшен башланылар. Минең генә уйымса түгел, башҡа кешеләр әйтеүенсә лә ошо класс бик көслө рухлы, спортта, мәҙәниәттә ал бирмәҫ булдылар. Уҡыу дәүерендә саңғыла йүгереү буйынса разрядһыҙ уҡыусылар бик аҙ булды. Волейбол, баскетбол, футбол кеүек спорт төрҙәре буйынса, ул ваҡытта гөрләп эшләп килгән “Машзавод” командалары менән алыша инек. Күп ваҡытта еңеүҙәргә лә өлгәштек.
Беҙҙең сығарылыш класында 29 уҡыусы булды, шуларҙың егермеһе юғары белемле белгестәр булып үҙҙәре һайлаған тармаҡтарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Кем генә сыҡманы беҙҙең араларҙан. Министр, обком хеҙмәткәрҙәре, банкирҙар, юристар, уҡытыусылар, мәҙәниәт әһелдәре һәм башҡалар. Арабыҙҙан ҡытай һәм япон телен, яҙмаһын тулыһынса тип әйтерлек белгән кешеләр ҙә сыҡты.
Интернат-мәктәбебеҙҙә беҙгә бик төплө белем бирҙеләр. Беренсе урында уҡыу булһа, хеҙмәт дәрестәрен дә ярайһы уҡ үҙләштерҙек. Ун беренсе класты бөткәндәр ауыл хужалығы техникаһын үҙләштереп, тракторҙар йөрөтөүгә таныҡлыҡ алдылар. Беҙҙең класста егеттәр токарь, ә ҡыҙҙар ашнаҡсы, тегенсе һөнәрҙәренә эйә булды. Әйтеп үтергә кәрәк, тормош көткәндә бик тә кәрәкле булды был белемдәр. Уҡыу дәүерендә үрҙә әйтеп үткән “Машзавод” кәрәк ярағы өсөн аскыстар, шайбалар, болт, гайка кеүек ваҡ-төйәк тә эшләй торғайныҡ.
Беҙгә белем биргән уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең һөнәрҙәрен ныҡлы белгән, бөтә күңелдәрен һалып эшләгән белгестәр булдылар. Уларға әле булһа оло рәхмәтлебеҙ. Күптәре инде беҙҙең арала юҡ, әммә уларға булған хөрмәтебеҙ, яратыуыбыҙ һаман да күңел түребеҙҙә оло урын алып тора.
Тәүге осрашыуыбыҙ теүәл егерме йыл үткәс булды. Беҙ ул ваҡытта тормош иптәшем Тамара менән Мораптал ауылында йәшәй инек. Осрашыуға бөтә класс тиерлек йыйылды. Ул ваҡытта күп кенә уҡытыусыларыбыҙ ҙа иҫән ине. Ошо осрашыуҙан һуң, биш йыл һайын йыйылырға тигән фекергә килдек. Осрашыуҙар үҙебеҙ хәл иткәнсә, биш йыл һайын булып торҙо. Әммә 2016 йылда күрешкәндән һуң, йыл һайын йыйылыу тураһында фекер тыуҙы, сөнки араларыбыҙ һирәгәйә башланы. Бына хәҙер етенсе йыл инде йыл һайын күрешеп, хәл белешеп торабыҙ.
Ошо көндәрҙә беҙҙең класс үҙенең өлгөргәнлек аттестатын алыуға 58 йыл тулыуы айҡанлы тағы ла Ермолаево ауылында Малбаевтар йортонда йыйылдылар. 

Фәнир, Тамара МАЛБАЕВТАР, Ермолаево ауылы

Хаттың тулы йөкмәткеһе гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас