Юғиһә, "Иң яҡшы табип" тигән конкурста ҡатнаша был сибәр ҡыҙ, тауышығыҙҙы бирегеҙ тигәс, кем дә кем ул тип, һылыуҙы танымай, һорағайнылар.
Гөлнара Рәжәп ҡыҙы Хөсәйенова бөгөнгө көндә баш ҡалала эшләй һәм шунда йәшәй, ә сығышы менән ул Күмертау ҡалаһынан, атай-әсәйҙәренең тамыры районыбыҙға барып тоташа. Шуға ла уның йәш табип булараҡ региональ конкурста көс һынауын күреп, аҙ булһа ла ярҙам ҡулы һуҙырға булдыҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был ҡыҙ менән яҡынданыраҡ танышырға теләне, шуға күрә уның үҙенә сыҡтыҡ.
- Мин, Хөсәйенова Гөлнара Рәжәп ҡыҙы. 2018 йылда Башҡорт дәүләт медецина университетын тамамланым, артабан 2018 йылдан 2020 йылға тиклем «фтизиатрия» һөнәре буйынса ординатурала уҡыуымды дауам иттем. 2020 йылдың июленән туберкулезға ҡаршы республика клиник диспансерында табип-фтизиатр сифатында хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем. Минең өсөн һайлаған юлым, фтизиатрия өлкәһе яратҡан эшем булып тора, мин был өлкә менән ныҡлы ҡыҙыҡһынам, көнө-төнө мәғлүмәт туплайым. Медицина өлкәһен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, бына инде бер нисә йыл үҙемә йөкмәтелгән эште яратып башҡарам. Фтизиатрия һәм пульмонология буйынса дүрт фәнни мәҡәлә яҙҙым. Яңы тикшеренеү ысулдарына, технологияларға, шулай уҡ дарыуҙарға ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр белемебеҙҙе тәрәнәйтергә һәм бик күп кешенең ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирә.
Эштән буш ваҡытта ижад менән шөғөлләнәм. Скрипкала уйнайым. Музыка мәктәбен отличие менән тамамланым. 2022 йылда Башҡорт дәүләт университетында Юриспруденция һөнәре буйынса икенсе юғары белем алдым.
Әлеге ваҡытта «Иң яҡшы йәш табип» номинацияһында «Благодать-2024» Төбәк конкурсында йәмәғәт премияһына дәғүә итәм. Был конкурста ҡатнашыу өсөн минең кандидатурамды Өфө ҡалаһы республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учрежденияһы хакимиәте тәҡдим итте. Мин һәр ваҡыт яңы үрҙәргә, яңы асыштарға ынтылған кеше булараҡ, ҡыуанып ризалаштым. Алла бирһә, киләсәктә лә һөнәремә тоғро ҡалып, халыҡтың һаулығы һағында торормон тип уйлайым, - тип таныштырҙы үҙе менән Гөлнара Хөсәйенова.
Афарин, Гөлнара, һиңә ошо конкурсыңда ла, киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын, тип теләп ҡалабыҙ. Киләсәктә, һис шикһеҙ, был бит беҙҙең аҡ халатлы фәрештәбеҙ, тип ғорурланып ултырырбыҙ.