Йәмғиәт
13 Июль 2024, 07:19

Бəхетебеҙ бар - балалар яғынан

Йосоповтар 65 йыл иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер итә.

Бəхетебеҙ бар - балалар яғынанБəхетебеҙ бар - балалар яғынан
Бəхетебеҙ бар - балалар яғынан
 Зәки Шакир улы һәм Илзиә Абдрахман ҡыҙы 5 балаға ғүмер биреп, әлеге көндө 10 ейән ейәнсәр, 9 бүлә-бүләсәренә ҡыуанып ғүмер итә. Йосоповтар ғаиләһе тырыш һәм эшһөйәр, һаман да йәшелсә ултыртып, баҡса үҫтереү менән мәшғүлдәр.
- Икебеҙҙә ауыл кешеһе, ғаилә ҡорғас, тормош йөгөн тартыу ауыр булманы. Тормош иптәшем совхозда 47 йылдан артыҡ тракторсы, комбайнсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Балаларыбыҙҙы ла эшһөйәр итеп үҫтерергә тырыштыҡ. Улар үҙҙәренә оҡшаған һөнәргә әйә булдылар. Оло улыбыҙ Фәрит һәм ҡыҙыбыҙ Фәриҙә пенсия йәшенә етһәләр ҙә һаман эшләп йөрөйҙәр. Бәхетебеҙ бар - балалар яғынан. Шуға ҡыуанып, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡып йәшәйбеҙ. Һәр ваҡыт бер-берегеҙгә терәк булығыҙ, татыу йәшәгеҙ тип әйтеп үҫтерҙек. Үҙебеҙ ҙә уларға өлгө булырға тырыштыҡ. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, ауыр һүҙ әйтмәй йәшәнек. Бейемем Шәмсиямал Хәсиәтулла ҡыҙы менән бергә 29 йыл татыу йәшәнек. 
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 
Автор:
Читайте нас