Йәмғиәт
16 Июль 2024, 05:10

Бәхетлеләр биҙәй донъяны

Ғаилә көнөнә арналған сарабыҙ "Ғаиләм - ҡәлғәм" тип аталды.

Бәхетлеләр биҙәй донъяныБәхетлеләр биҙәй донъяны
Бәхетлеләр биҙәй донъяны

Түңәрәк өҫтәл артына оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоноп, бәхетле ғүмер итеүсе, йәштәргә үрнәк булырҙай парҙар йыйылды. 60 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүсе Фәниә һәм Зөлфәҡәр Галиевтар, 45 йыл татыу ғүмер итеүсе Рәйлә һәм Радик Акһаровтар, Мәмдуҙә һәм Фәрғәт Сынбулатовтар, 40 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләүсе Гөлфирә һәм Фәнил Исмагиловтар, 25 йыл бергә ғүмер итеүсе Гөлгөнә һәм Рәүеф Абдуллиндарҙы тәбрик иттек.
Юбилярҙарға ауыл хакимиәте исеменән сәскәләр һәм бүләктәр тапшырылды. Байрамыбыҙға депутат Раил Рамаҙан улы Әбдрәшитовтың да килеп, бүләктәр тапшырыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә булды, байрамыбыҙға тағыла йәм өҫтәне. Сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе моңло һандуғастарыбыҙ Раушания Сынбулатоваға, Алһыу Манготоваға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға ла ҙур рәхмәт, тағы осрашырға яҙһын. Бик күңелле итеп һөйләшеп, йырлашып ултырҙыҡ.

Минзәлә ЯЛСЫҒОЛОВА, Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто етәксеһе

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас