Все новости
Йәмғиәт
19 Июля , 16:24

"Һөт кухняһы"н үҫтереү

“Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы башланғысы буйынса 2019 йылда ойошторолғайны.

"Һөт кухняһы"н үҫтереү
"Һөт кухняһы"н үҫтереү

Учреждение эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолдо. Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә 132 таратыу пункты эшләй. Шулай уҡ алыҫ һәм аҙ халыҡлы 61 тораҡ пунктҡа барған дүрт автокибет бар.
Аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында йәки “Һөт кухняһы”н биреү пунктында бирергә мөмкин.
2024 йылдың 1 июленә Башҡортостанда льготалы категорияға ҡараған 23,6 мең кеше “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай ала. Бында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән өс йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ опекаға алынғандар, ауырлы ҡатындар, имеҙеүсе әсәләр керә.
Быйылғы йылдан алып документтарҙы өйҙән сыҡмайынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон төрҙә тапшырырға мөмкин. Шуға ла ғаризалар тиҙ арала эшкәртелә.
“Һөт кухняһы” һөт, эремсек, төрлө тәмле бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн йогурт, балалар печеньеһы етештерә. Июндән өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығара башланылды. Йәмғеһе “Һөт кухняһы” 23 төр продукция етештерә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм ведомствоға етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә ҡушты.
– Беҙҙеке кеүек проект, йәғни ошондай форматта һәм ошондай етештереү күләме менән илдә бер нисәү генә. Хәҙер үҫеш йүнәлештәре өҫтөндә уйларға кәрәк. Уларҙың икәү булыуы мөмкин. Тәүге осраҡта тауарҙар ассортиментын киңәйтеү, яңы файҙалы һәм тәмле продукттар булдырыу хаҡында һүҙ бара. Икенсе вариант етештереү күләмен арттырыуҙы һәм яңы баҙарға сығыуҙы күҙ уңында тота. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк, - ти Радий Хәбиров.
Гөлназ АҘНАБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Һәр ата-әсәй балаларҙың һәйбәт туҡланыуын, аҙыҡтың сифатлы булыуын, баланың сәләмәт булып үҫеүен теләй. Бер ниндәй ят ҡушылмаларһыҙ етештерелгән һөт ризыҡтары балалар үҫешенә ыңғай тәьҫир итә. Ғаиләләр өсөн “Һөтлө кухня” булыуы ҙур ғына ярҙам тип һанайым. Иң мөһиме, был һөт ризыҡтары улыма бик оҡшай, тап Күмертауҙа “Һөтлө кухняһы” булыуына беҙ шатбыҙ. Былар барыһы ла балалар сәләмәтлеген күҙ уңында тотоп эшләнә. Ғаиләләргә ябай магазиндан һөт ризыҡтары һатып алыу өсөн айына күпме аҡса түгергә кәрәк булыр ине. Республика, район хакимиәте етәкселегенә ошондай мөмкинселек менән файҙаланыусыларға уңайлылыҡ булдырғандары өсөн рәхмәтлебеҙ.

Автор:
Читайте нас: