Все новости
Йәмғиәт
23 Июля , 08:22

Беҙҙең өсөн өлгө ул

...Люция еңгәбеҙ Хәйбулла районы ҡыҙы.

Беҙҙең өсөн өлгө ул
Беҙҙең өсөн өлгө ул

Хәмит ағайбыҙ менән матур ғаилә ҡороп, 6 ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Тормоштарына һөйөнөп кенә йәшәгән ваҡытта, 2004 йыл ғаилә башлығы яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бик ауыр кисерҙе еңгәбеҙ тормош иптәшен юғалтыуҙы. Ҡыҙҙары-ҡанаттары барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ҙур этергес көс бирҙе уға. Балаларына барлыҡ наҙын биреп, йөрәк әрнеүҙәрен баҫты. Һылыуҙарыбыҙ үҙҙәре лә һәр яҡлап уңғандар, әсәйҙәре өсөн өҙөлөп торалар. Быйыл кесе ҡыҙы Аделина барыбыҙҙы ла ҡыуандырып Өфө нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Люция еңгәбеҙ Зәк-Ишмәт мәктәбендә 30 йыл уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡул ҡаушырып ҡына ултырырға өйрәнмәгән кешебеҙ клубта үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша...

Миңлегөл ХАНБӘКОВА, Абдул ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: