Все новости
Йәмғиәт
26 Июля , 10:16

Уңайлы булып ҡалды

Үткән аҙнала Түкән ауылында шишмә төҙөкләндерелде.

Уңайлы булып ҡалды
Уңайлы булып ҡалды

Был эште Мәләүез ҡалаһынан Салауат Хәлилов етәкләгән "Нур" подряд ойошмаһы эшләне. Улар майҙансыҡты бетон һалып тигеҙләне. Уңайлы баҫҡыстар ҙа бар хәҙер унда, һыу ҙа яңы ҡуйылған торбалар буйлап ағып сыға.
Шишмә ауыл осонда ғына, хәҙер ул юлсыларға ла һыу алыу өсөн уңайлы булып ҡалды.
Был проект сиктәрендә райондың башҡа ауыл биләмәләрендә лә төрлө изге эштәр башҡарыла. Тик берҙәм тырышлыҡ менән ауылдарыбыҙҙы тағын да матурыраҡ һәм төҙөгөрәк итә алабыҙ.
- "Реаль эштәр" проекты буйынса был эште башҡарып сығыр өсөн 165 мең һум сарыф ителде. Түкән ауылындағы тағы бер шишмәне ауыл халҡы менән таҙартып ҡуйырға планлаштырҙыҡ, - ти Свобода ауылы биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Дини-мәҙәни үҙәктең етәксеһе, хажиә:
- Башҡортостаныбыҙ матур тәбиғәтле, уны ҡәҙерләргә кәрәк. Шишмәләр йәшәү сығанағы, шуға уларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү изге эш. Шишмәләребҙҙе ҡороуҙан һаҡлап, таҙартып торһаҡ, Аллаһы Тәғәлә лә изге эштәр өсөн күп сауаптар бирер. Зәм-зәм һыуынан һуң шишмә һыуы иң-иң таҙа, саф һыу. Шишмә сыҡҡан ерҙән йыраҡ түгел, изге кешеләр ерләнгән тиҙәр бит.
Шишмә һыуын алғанда Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеп, саҙаҡа бирергә кәрәк. Берәй ризыҡ булһа, ошо шишмәгә һыу эсергә килән ҡоштарға тип ҡалдырып китергә лә була.

Радий Хәбиров, Башҡортостан республикаһы башлығы:
- "Атайсал" проекты старт алғас, яҡташтарыбыҙҙа уның ни тиклем киң резонанс тыуҙырасағын күҙ алдына ла килтерә алманыҡ. Бер йылда 570 миллион һумға 5,5 мең проектты тормошҡа ашырҙыҡ. Эштә-630 миллион һумлыҡ тағы меңгә яҡын проект. Был - ябай кешеләрҙең саралары, уларҙың инициативаһы һәм бәләкәй Ватанда тормошто яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итеү теләге.

Автор:
Читайте нас: