Беҙҙә бит нисек, сход була-фәлән тип алдан уҡ ҡысҡыралар, аҙаҡ ауыл башлығы йәки берәй яраны урам буйлап йүгерә: әйҙә инде, кил клубҡа, глава килде, оят бит, кеше юҡ...
Иҫке Уралкалар дәррәү генә, күмәкләшеп, сход була тигәс, килгәндәр. Тәүҙә автобус туҡталышын янына була тигән хәбәр булғайны, шул ергә туҡтаныҡ - бер әҙәм еҫе лә юҡ. Берәү күренде. Ҡулында буш күнәктәр.
- Месныймы?
- Эйе, - тип был, тик һөйләшеүенән күренеп тора, ситтән килгән кеше, башҡорт-татар, сыуаш акценты юҡ.
- Әрмәнстандан мин, - тине ахырыһы. Шулай-шулай, йыйылыш була икән һеҙҙә тигәнгә күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе.
- Беҙҙең проблемаларҙы һөйләйҙәрме, беҙҙең иң төп бәлә - юл. Ғүмерҙә булмай ул, Күмертауға тиклем асфальт һалыу өсөн беләһеңме күпме аҡса кәрәк - ике йөҙ миллион!
Сход урыны, моғайын, паркта булалыр тип, беҙгә ориентир күрһәтте, үҙе лә өйөнә йүгерҙе, мин дә барам, күнәктәремде ҡалдырам да.
Парк. Иҫке Уралканың паркы ла бармы икән тип, бик ышанмай барһаҡ... Был ни, ҡала парктарынан ҡалышмай. Матур, ҙур парк, балалар майҙансығы. Шунда йыйылғандар. Үҙҙәре бик ойошҡан халыҡ, һорауҙарҙы алдан уҡ яҙып, әҙерләп тә ҡуйғандар.
- Олег Анатольевич, тәүге һорау - беҙҙә ҡасан йүнле юл булыр, ауыр машиналар боҙоп бөттө.
- Асфальт булмай, әммә юлға ҡырсын түшәрбеҙ, тигеҙләрбеҙ.
- Автобус йөрөмәй, йәйәү тәпәйләп арыныҡ.
- Был мәсьәләне хәл итергә тырышырмын, вәғәҙә бирмәйем, һуңынан һеҙҙең алда, буш ҡыуыҡ булып, алйот хәлендә торғом килмәй.
- Анауы федераль трассанан, беҙҙең ауыл янынан үткәндәрендә, бик шәп елдерәләр, шунда знак ҡуйып булмаймы, берәй ҡасан берәйһен бәрҙертәсәктәр, валлаһи.
Иҫке Уралкаларҙың һорауҙары күп, ҡай саҡ ҡысҡырышыуға күсә лә китәләр, О. Астахов түҙем генә тыңланы, хәленән килгәнен барыһын да эшләрмен тине.
- Кстати, магазин өсөн рәхмәт, - был ауылда күптән түгел магазин асылды.
Ошоноң менән күмәк йыйылыш тамам булды.
Буш күнәкле ир күңелдә шөбһә уятҡайны (буш биҙрәләрҙе юлда тап итеү хәйерлегә түгел, тиҙәр), ҡайтҡанда был шөбһәнән бер ни ҡалманы. Бөтәһе лә хәйерлегә булыр кеүек.
Такие встречи будут проводиться в течение всего августа, включая городские территории.
Радий Хабиров: «Село — это наша гордость, наши истоки»
Во время оглашения Послания глава Башкортостана заявил, что село — это его гордость и истоки, и он должен проявлять заботу о сельчанах.
Он также отметил, что ежегодно на благоустройство сёл и деревень направляется 1,5 млрд рублей, а республика входит в число лидеров по реализации федеральной программы комплексного развития сельских территорий.