Все новости
Йәмғиәт
1 Августа , 11:21

Урам бәхете

Был урамдың бәхете бар.

Урам бәхете
Урам бәхете
Ермолаевоның Йылға буйы урамы тураһында һүҙ. Былтыр, үҙ аҡсаларын йыйып, торбалар алдылар ҙа һыу үткәрҙеләр (тракторын биреп, ҡаҙыу-һалыу эштәрен ауыл хакимиәте башҡарҙы). Шуның артынса уҡ урамға асфальт түшәргә тейештәр ине. Халыҡ быға ҡаршы төштө: быйылға һалмай тороғоҙ, икенсе йылдан рәтләп, еренә еткереп һалырһығыҙ. Бына Йылға буйында яңы асфальт ялтырап та ята. Урам оҙонлоғо 1,1 км, асфальтҡа тотонолған аҡса - 5 миллион һум. 
Урамдың бәхете ошонда йәшәгән кешеләрҙән тора (бында Иҫке Уралканан күсеп килгән халыҡ йәшәй, әйткәндәй). 
Автор:
Читайте нас: