Йәмғиәт
9 Август 2024, 04:46

Мөхәббәтебеҙ емеше - ун бала

- Беҙ тормош иптәшем менән 20 йыл бергәбеҙ.

Мөхәббәтебеҙ емеше - ун балаМөхәббәтебеҙ емеше - ун бала
Мөхәббәтебеҙ емеше - ун бала
Борон ғаиләләр барыһы ла ишле булған, ҡайһы ғаиләне алма уларҙа һигеҙ, һис юғында биш бала тәрбиәләнгән. Ә бөгөнгө көндә күп балалы ғаиләләр һирәк күренеш, шуға күрә ундай ғаиләләргә ҡарап, уларҙың тырышлыҡтарына, бер нимәгә ҡарамай балаларына тейешле тәрбиә биреп, уларҙы еренә-еткереп тәрбиәләп үҫтереүҙәре һоҡландыра.
Матур ғаилә - ил күрке, тигән әйтем бар, Үрге Баба ауылында гөрләтеп донъя көткән Ҡотломбәтовтарҙың ишле ғаиләһе ауыл күрке булып тора. Уларҙың ишле ғаиләһендә 10 бала бәхетле бала саҡта, ата-әсәһенең иркә-наҙын тойоп, уларға эйәреп тырыш, эшһөйәр булып үҫәләр.
- Беҙ тормош иптәшем менән 20 йыл бергәбеҙ, мөхәббәтебеҙ емештәре, Аллаһы Тәғәләнең ҙур бүләктәре ун балабыҙ бар, Аллаға шөкөр. Ҙур улыбыҙ Айҙар Күмертау ҡалаһында уҡып йөрөй, уға 18 йәш тулды, Эльвира ҡыҙыбыҙға - 16, Гөлназға - 14, Вилданға - 12, Илназға - 10, Айгизгә - 9, Аликка - 7 йәш, ауылыбыҙҙа мәктәп булмағас уларҙы Яҡшымбәт ауылына йөрөтөп уҡытабыҙ. Алинаға - 5, Алһыуға - 3 йәш уларҙы ла Яҡшымбәт ауылына үҙебеҙҙең машина менән балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Төпсөгөбөҙ Асланға әле бер йәш. Был заманда ул ҡәҙәре баланы нисек ҡарап үҫтерергә була, тигәндәр ҙә бар. Беҙ бер ҙә зарланып ултырмайбыҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсе тырышып донъя көтәбеҙ, балаларыбыҙҙы ҡарайбыҙ, уларҙы кеше алдында кәм-хур итмәй, һәр һорағандарын алып бирергә тырышабыҙ. Ауылда йәшәгәс күпләп эре баш мал аҫырайбыҙ, биш һыйырыбыҙ, башмаҡтар, быҙауҙар һәм атыбыҙ бар. Ғаилә ҙур булғас ҡош-ҡортто ла күпләп алабыҙ, быйыл 50 ҡаҙ, 30 өйрәк, 30 бройлер алдыҡ, баҡсабыҙ ҙа гөрләп тора. Ауылыбыҙҙа иптәшемә эш булыуы ла шатлыҡлы, ул "Искра" хужалығында эшләп йөрөй, шуға күрә мал аҙығына, ашлыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Азат эштән арып ҡайттым, тип тик ултырмай ике тракторыбыҙ бар, шулар менән малдарға бесән әҙерләй. Ауылда эш күп инде ул, иртүк таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр эш бөтмәй, йүгерәһең дә йүгерәһең. Балаларыбыҙ ҙа, шөкөр, ҡул аҫтына инде, донъя көткәндә уларҙың ярҙамы ҙур.
Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр ололар, шуның кеүек беҙҙең өсөн ун балабыҙ ҙа бер иш, барыһы ла яҡын һәм ҡәҙерле, уларҙың бәхетле киләсәге өсөн, шатлыҡлы бала сағы өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Күп балалы ғаилә булараҡ хөкүмәттән дә ярҙам тойоп йәшәйбеҙ. Пособиелар, мәктәпкә әҙерлек һәм башҡа ошоға оҡшаш ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика етәксеһенә, район хакимиәтенә рәхмәт, беҙҙең кеүек күп балалы ғаиләләргә тағы күберәк иғтибар бүлһендәр ине, тип теләп ҡалабыҙ, - ти Ләйсән Ҡотломбәтова.
Ун балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көткән Ҡотломбәтовтар ғаиләһенә, афарин, тиергә генә ҡала. Үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, игелектәренә төрөнөп, уларҙың шатлыҡ-уңыштарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын.

- 2024 йылды ил президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү — беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ. Башҡортостан Республикаһында халыҡ һанының артыуын тәьмин итеүҙә балалы ғаиәләр мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Ғаиләләр яуаплы, эшһөйәр һәм патриотик граждандар булып үҫкән балалар тәрбиәләй. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика ғаилә институты тарафынан комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса сәйәсәт алып барыла.
Беҙҙе республикалағы демографик хәл борсоуға һала. Был иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Беҙҙә тыуымдың үлемдән күпкә кәмерәк икәнен яҡшы беләһегеҙ. Элек-электән күп балалылыҡ республикабыҙҙа йәшәгән күп һанлы халыҡтың ыңғай һыҙаттары булып тора. Әйҙәгеҙ, ошо традицияны бергәләп һаҡлайыҡ.
Хәҙерге ата-әсәләр бала табыуға яуаплы ҡарай. Дәүләт Һәм Башҡортостан республикаһы йәштәрҙең бындай ҡарашын хуплай һәм төрлө ярҙам сараларын тәҡдим итә. Һәр ғаилә бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем, бар этапта ла ярҙамға иҫәп тота ала. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө формалар тәҡдим итә. Төрлө льготалар һәм пособиелар рәүешендә матди ярҙам ҡаралған.
Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә, балаларға уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар биреү ҡаралған, балалар баҡсаларына уларҙы сиратһыҙ ҡабул итәләр. Мәктәптә уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам күрһәтелә.
Үҙ сиратымда Башҡортостан республикаһы хөкүмәте балаларығыҙҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡ, тип әйтергә теләйем. Яңы, яҡшы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етерлек күләмдә булһын өсөн, балалар яҡшы спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай алһын өсөн, улар сәләмәт, ҡыҙыҡлы кешеләр булып үҫһен, беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын өсөн, хөкүмәт тарафынан бик күп эштәр эшләнәсәк.
Башҡортостан - Волга буйы Федераль округы төбәктәре араһында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса лидер. Һуңғы тиҫтә йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етеп, күрһәткестәр - 27,5% артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Балалары булған 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана. Бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, - тине Радий Хәбиров
Автор:
Читайте нас