Яҡшымбәттәрҙең күптәнге ниәт иткән эштәре, Аллаһ бойорһа, башҡарылып сығасаҡ - улар зыяраттарын яңы кәртә менән уратып алырға йыйына.
Кәртәләү хаҡы арыу ғына - 2 миллион һумға яҡын, үҙҙәренеке үҙҙәренә, Яҡшымбәт ваҡлашып торманы (етмәһә, бик изге эш), бөтөн кәрәк эштәрен ваҡытында эшләп ҡуйҙы, аҡсаһын йыйҙы, документтарын тәртипкә килтерҙе. Ҡыуандырғаны: зыяраттарын ситтән килгән кемдер түгел, ә ауылдаштары кәртәләйәсәк. Фаил улдары - ололап әйткәндә, Бердин Фаил Фәрит улы.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.