Йәмғиәт
13 Август 2024, 12:34

Йырҙар һуҙыр мәл түгел

28 августа Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны була. 

Йырҙар һуҙыр мәл түгелЙырҙар һуҙыр мәл түгел
Йырҙар һуҙыр мәл түгел
Бик ҙурҙан ҡубып үткәрмәксе был байрамды күгәрсендәр (йыйын Тәүәкәндә үтәсәк). Беҙҙең районда был данлыҡлы ырыуға ҡараған байтаҡ ауылдар бар, тимәк, беҙ - ҡыпсаҡтар тип күкрәк һуғыр кешеләр ҙә күп булырға тейеш. 
Бөгөн ошо байрамға әҙерлеккә бәйле ултырыш үтте. Спорт, культура вәкилдәре юҡҡа кереп ултырған - улар байрамға бармаясаҡ. Һәммәһе 30 делегат бара ла ошоноң менән вәссәләм. Йырҙар һуҙып йөрөр мәл түгел. 
...Кәңәшмә бөтөп, инде таралышабыҙ тигәндә, тартҡылаш сыҡты. 
- Һеҙ нимә, юлдарҙы яҙаһығыҙ ҙа яҙаһығыҙ?
- ....
- Һеҙ яҙыу менән алама юлдар яҡшырамы? Етмәһә, һеҙҙең төркөмдәге комментарийҙарға эшкә ашмаған кешеләр яҙып ултыра... 
Кеше ныҡ асыуланғанда, уның ысын йөҙө асыла, ҡыҙған мәлдә барыһын, быға тиклем әйтмәй йөрөгәнен дә әйтә.  
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас