Класс етәксеһемен. Ҡайһы саҡ балалар "эш боҙоп" ҡуя. Ата -әсәһенә әйтергә кәрәк була. Тик ниңәлер күп ғаиләләрҙә бала тәрбиәләү әсәгә генә ҡалдырылған. Эйе, күптәрҙең аталары вахта буйынса эшләй, аңларға була. Тик ярты кластың аталары бит үҙебеҙҙә. Ата -әсәләр йыйылышына ла күбеһенсә әсәйҙәр йөрөй. Мәҫәлән минең класта 24 бала уҡыны уҙған йыл.(Быйыл өстәлде тағын). Шуларҙың икеһенең генә атаһы йөрөнө. Килһәләр ҙә, шым ғына ултырҙылар.
Ә беҙ бала саҡта нисек ине? Ғаиләлә атай тәрбиәһе көслө ине. Минән тыш һигеҙ ағайым булды. Атай һүҙе ҡанун ине. Атайыбыҙ беҙҙең өсөн өлгө булды. Беҙ уның эсеп ҡайтып, әнәй менән әрләшкәнен ишетмәнек. Күп атайҙар шулай булғандыр. Атайҙы күреү менән шөрләтә лә ине. Шуға күрә шашып китһәк әнәй: Ана атайың ҡатып килә, - ти ине. Беҙ тиҙ енә шыма инек. Ә хәҙер нисек? Хәҙер атай тип әйткән кеше лә юҡ. Папа, папуля, пап. Атай кеше баланың тиңенә әүерелде. Ауыр һүҙ әйтеү юҡ. Һәпстүк тә бәпестүк. Ә әсәйҙән ҡурҡалар... Мин ҡатын -ҡыҙҙы ғәйепләргә уйламайым. Бар ул ҡайһы бер ғаиләлүрҙә "ана атайыңдан һора, атайың ҡайта" тип торған әсәләр. Әммә күп ғаиләләрҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәйҙәр буйһондора (командует). Улар ир ҡатындар булып бөткәндәр.
Мин атай тип туғыҙ йәшемәсә ауыҙ тултырып әйтә алдым. Ул һуғыштан күп яралар алып, контужен булып ҡайтҡайны. Яралары түҙҙермәне, вафат булып ҡалды. Әммә атай тәрбиәһе ҡаныма һеңеп ҡалды. Ул беҙҙе әрләмәне лә әммә унан ҡурҡтыҡ. Ихтипам иттек. Бала саҡтан ширлектә (ишек башында) сыбыҡ торғанын иҫләйем. Атай уны ҡулланманы. Әммә төртөп күрһәтә ине. Шунан да ҡурҡа инек.
Атай ҡайтып килгәнен ишетеү менән тыныслана инек. Әнәйҙең самауыры ҡайнаған, ашарына әҙер. Әммә беҙгә атай ҡайтмайынса киске аш юҡ. Атай йыуына, һөртөнә, шунан ашарға ултыра. Беҙ оло яҡта(зал) уның ашап бөткәнен көтәбеҙ. Шунан ғына әнәй беҙгә ашарға һалып бирә. Бына бит нисек тәрбиәләнгән совет кешеләре! Йәйгеһен беҙ атайҙы күрмәйбеҙ. Ул иртәндән кискәсә эштә, иген үҫтерә. Көҙ еткәнсе. Әммә барыбер атайҙың барлығын беләбеҙ. Уны ихтирам итәбеҙ.
Их заманалар! Ә киләсәк нисек булыр?
Азат Хәлилов.
Башҡортостан башлығы атаһын аҡыллылығы һәм төплөлөгө өсөн хөрмәт итеүен, атаһы үлгәндә уға 37 йәш булғанлыҡтан, унан был сифаттарҙы ала алмауын таныны. Йәш булғанмын, аҡылға тиклем алыҫ булған. Әгәр ул йәшәһә, мин унан тағы ла күп һәйбәт сифаттарҙы нығыраҡ һеңдерер инем, тип уйлайым.
Хәбиров аталарҙың һәм ата-әсәләрҙең миссияһын «улар балалары менән ваҡыттарын оҙағыраҡ үткәрһен» тип тә өҫтәне.