Йәмғиәт
3 Сентябрь 2024, 03:35

“Ауылыбыҙ йәшәр”

Яманһары ауылы клубында гөрләп өмәләр бара.

“Ауылыбыҙ йәшәр”“Ауылыбыҙ йәшәр”
“Ауылыбыҙ йәшәр”

Улар мәҙәниәт усаҡтарын матурлау маҡсатында ремонт эштәре башҡаралар.
Күптән түгел яманһарылар йомшаҡ ултырғыслы ла булдылар. Был бүләкте уларға Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрынан алып килгәндәр.
- Клубыбыҙға 49 йомшаҡ ултырғыстар ултыртып ҡуйҙыҡ. Быларҙы алыуҙа, алып килеүҙә булышлыҡ иткән районыбыҙ хакимиәте башлығы Азамат Сәйфуллинға, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимовҡа, "Юж-УралОйл" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының генераль директоры Зинур Исхаҡовҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ линолеум да алдып ҡыуандыҡ. Ауылыбыҙ ир-егеттәре ултырғыстарҙы алып кереп урынлаштырҙылар, тирә-яҡтағы үләндәрҙе саптылар, кәртә-ҡураны ла эшләп ҡуйҙылар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән эстә буяу, йәбештереү, йыуыу кеүек эштәрҙе лә башҡарҙыҡ. Берҙәмлектә – көс. Ситтә ҡалмай ярҙам иткән ауылдаштарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, барыһына ла именлек, бәхет теләйем. Ошондай ярҙамсыл кешеләр булғанда ауылыбыҙ йәшәр, мәҙәниәтебеҙ ҙә сәскә атыр. Клубыбыҙ йәмләнеп, күркәмләнеп ҡалды. Алла бирһә, киләсәктә клубыбыҙҙа матур байрамдар ойошторорға насип булһын, тип дәртләнешеп йөрөйбөҙ, - ти Яманһары клубы мөдире Зөлфиә Сынбулатова.

Автор:
Читайте нас