Бөгөн ундайҙар, башҡаларға ҡарағанда ла, хистәргә нығыраҡ тулышты: ошоңарса йәшәп, ошондай матур ауыл барлығын да белмәгәнбеҙ ҙә баһа!
Яманһарыла бөгөн сара ярты көнгә һуҙылды - районда "Айыҡ ауыл" конкурсын башлап ебәргән беренсе ауыл, беренсе байрам. Өфөнән дә, илдең башҡа төбәктәренән дә күп кенә ауылдаштар ҡайтҡан, йырҙар яңғыраны, мөнәжәт әйтелде, шиғыр һөйләнде. Бүләкләнеләр. Күп яманһарылар бөгөн маҡтау һүҙе ишетте, грамота алды, миҙал таҡты.
- Ауыл бик берҙәм. Ныҡыш, тырыш кешеләр йәшәй, - Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова алдан уҡ "нисек кенә итеп йырып сығырбыҙ был эште" тип борсолоп йөрөгән һымаҡ ине, бөгөн йөҙө ҡояштай балҡый.
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.