Все новости
Йәмғиәт
29 Сентября , 08:14

Аяҡтарым талһа, имгәкләп...

Яманһарыла ауылдаштар осрашыуы булды.

Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...

Был ситтән ҡараған кеше өсөн әллә ни ҙә түгел, йыйылғандар, ашап-эскәндәр, йырлашҡандар... була торған хәл тигән кеүек. Әммә кем Яманһарыға яҙмышы менән бәйләнгән, улар өсөн был көндәге сара - донъялағы иң матур, сағыу ваҡиға булды.
Осрашабыҙ тип, алдан уҡ иҫкәрттеләр, хәбәрҙәр ебәрҙеләр, үлем түшәгендә ятҡаны ла хатта, әжәлдән ҡасып йүгереп килер ине, валлаһи, ауылдан ситтә йәшәгәндәр бихисап, етмәһә, яманһарылар һайт тигәнгә тайт тип торор кешеләр.
Сусаҡ тауында йыйылдылар тәүҙә. Бынан бөтөн донъя күренеп тора, анауында Яманғол ята, Зәгләт, уңдараҡ Әтрәт, алда - Балангур, Туғыҙтимер... Фотоға төшөп туя алмай бер булдылар, бындайы тағын ҡасан була әле, һәр секундты мәңгеләштереп ҡалыу мотлаҡ.
Кем нимә тотоп килә ала, шуны алып килгән - табынһыҙ сараның йәме булмай. Тәүҙәрәк аҙ ғына һымаҡ инеләр, тора-бара күбәйеп киттеләр, өҫтәрәк әйткәнсә, йәне булғаны, Яманһарыны яратҡаны өйҙә нисек түҙеп ултырһын? Шау-гөр килеп һөйләштеләр (был ауылды бик белмәгән киленме-еңгәме, ҡалай ныҡ ҡысҡырып һөйләшәһегеҙ ул тип аптыраны, йортта иремде гел ҡысҡыраһың тип, юҡҡа әрләйем икән, яманһарылар бөтәһе лә шулай икән).

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: