-3 °С
Облачно
“Айыҡ ауыл” конкурсы һәм дә Оло йәштәгеләр көнө. Бар ауыл геү килде. Күргәҙмәләр, йәрминкәләр күҙҙең яуын алһа, икенсе ерҙә балаларҙың төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан тауыштары яңғырап торҙо.
Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вахитов һәр береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы әллә ҡайҙан күҙгә салынды. Сарала ауылдың иң оло, иң йәш кешеләрен тәбрикләнеләр, юбилярҙарҙы ла ҡотлап бүләкләнеләр. Улдары яуҙа йөрөгән әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, уларға батырҙар үҫтергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Байрам матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Был турала тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.