Все новости
Йәмғиәт
1 Октября , 16:34

Әней йәштәре

Сират Шәбағышҡа етте.

Әней йәштәре
Әней йәштәре
Улар ҙа бөгөн "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә еңәбеҙ тип тырышты. Конкурсынан бигерәк, ауылдың оло быуын вәкилдәренә иғтибарҙы күберәк бүлделәр. Олуғ ҡунаҡтар килгән тип, жюри булып йөрөгәндәрҙе теҙеп әйтергә тейештәр ине, һай, шәбағыштар, зерә аҡыллыһығыҙ, тороп үҙегеҙ күренегеҙ тип кенә ҡотолдолар. Район башлығының Фәлән урынбаҫары, шул бүлектең Төгән начальнигы, был бүлектең Фәсмәтән белгесе тип, уларҙы ятлап (мотлаҡ ҡайһы ерендәлер яңғылышаһың), телде һындыра яҙып, һөйләп торғансы, анһат ҡына хәл иттеләр, баҫығыҙ, танығаны таныр, танымағаны танымаһа әле, быныһы мөһим түгел дә. 
...Минжиһан апайҙы айырым ҡотланылар. Ауыл башлығы йүгерә һалып барып, сәскә алып килгән, шулайтмай булмай, Филиза үҙе шылтыратҡан, әнейемде ҡотлағыҙ. Минжиһан апайға берәй һүҙ әйт тигән булдылар, ҡайҙа, әсә кешенең һүҙ әйтерлек хәле бармы, күҙҙәренән сөпөрләп йәш аҡты...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.
Автор:
Читайте нас: