Алдан уҡ иҫкәрттеләр: шул ваҡытҡа әҙер тороғоҙ.
Бөгөн таң һарыһынан ҡуҙғалдылар, сара бик етди, республиканан бөтәһен дә саҡырманылар, бары тик уларҙы ғына, мәртәбәһе ни тора.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, призлы урын алған ауылдарҙы йыйҙылар бөгөн. Өфө янындағы Шамонино ауылына. "Еңеүселәр слеты" тип аталған был байрамда беҙҙекеләр әле иң матуры, иң шәптәре булып йөрөп яталар.
Беҙ, һеҙҙең менән ғорурланып, бында ултырабыҙ, Көйөргәҙенең данын арттырып, матур итеп йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр-ҡыҙҙар!