Беҙ был турала гел ситтән генә яҙа барҙыҡ, бөгөн, түҙмәй, үҙебеҙ сығып киттек, тере килеш күреүгә етәме ни.
Лилия Игорь ҡыҙы Михайлова һәм Роман Осокин. Ситтән ҡараған кешегә -беҙгә - уларҙың эстән ныҡ янғаны һиҙелде, ниңә шулай һуң беҙ, ниңә гел бюджет аҡсаһына ғына ҡарап ятабыҙ, ниңә ҡыймылдамайбыҙ, тип ҡысҡыра ине һәр күҙәнәктәре, ҡулдарынан килһә, залдан ултырған һәр береһен тотоп һелкетерҙәр ине: әйҙә, тор, идея әйт, аҡса ал, алма беш, ауыҙыма төш тип ултырма.
- Беҙҙең илдә гранттарға бихисап аҡса бүленә, Президент гранты ғына 8 миллиард һум. Бынан тыш тағы әллә күпме гранттар бар - география йәмғиәте, төрлө миллиардерҙар гранттары - һанай килтһәң, ҡул бармаҡтары етмәй. Башҡортостанға быйыл 200 миллион һум аҡса бирҙеләр, ошо сумманың 0,1% ғына Көйөргәҙе районы ала алды. Был нимә? Биргәнде лә алырға ҡулдан килмәйме, бының өсөн программа ғына яҙырға кәрәк, идея кәрәк. Бына Шотт паркын алығыҙ. Бындай ҙур тарихлы парк Рәсәйҙә өсәү генә! Спиртзаводты яптылар тип ҡайғырыштыҡ та, бөттө, тик ултырабыҙ. Ошо паркка бәйләп, әллә күпме программаға инергә була ине, Шотт исеме генә Ермолаевоны иҡтисади көрсөктән һөйрәп сығара алыр ине, бәлки. Шотт паркы тураһында беҙгә күп яҙҙылар, алама хәлдә, береһе лә ҡарамай... Өмә иғлан иттек, шул интернетта яҙған кешеләрҙең, исмаһам, береһе генә булһа ла өмәгә сыҡтымы? Юҡ. Бюджетниктарҙы көсләп сығарҙыҡ - Лилия Михайлова әсенеп һөйләне, ниңә беҙ шулай ул, тигән һорау һауала аҫылынып ҡалды. Роман Осокин бармаҡ менән төртөп тигәндәй, грант алыу өсөн нимә эшләргә була икәнен аңлатты. Зал тик ултырманы, бер ике идея әйттеләр: Яманһарының ике ҡатлы мәктәбен ҡарттар йорто итергә ине, Керәүлелә сыуаш фольклор фестивале үткәрергә ине - ярҙам итегеҙ, программа яҙырға хәл дә, ваҡыт та юҡ.
Ҡатып ҡалған халыҡҡа шулайыраҡ һөйләнеләр. Көндәлек мәшәҡәткә, ысынлап та, ныҡ күмелдек барыбыҙ ҙа, әлеге осрашыуға килгән уҡытыусыларҙың кемеһелер һөйләшеү мәлендә уҡыусыларҙың дәфтәрен тикшереп ултырҙы - ваҡыт әрәмгә китмәһен - өйҙә ас ир көтә, һарайҙағы һыйыр ҙа ашатҡанды, һауғанды көтә...
P.S. Юшатыр, сара бөткәндән һуң, Лилия Михайлова янына барҙы - һеҙҙең менән ҙур әңгәмә эшләргә ине. Лилиә Игоревна риза булды һәм беҙгә лә әйтеп ҡуйҙы: грант алыуҙа һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙ, көсләп ҡатнаштырам. Ниңәлер был һүҙҙәр үпкәләтмәне, киреһенсә, рәхәт булып китте, беҙ ҙә ҡатып ҡалған халыҡ бит, ҡай саҡ, көсләһәр, рәхәткә генә була.
йыл