- Республика көнө уңайынан республика етәкселегенән ҙур бүләк тапшырҙылар, мин сикһеҙ шатмын. Эшебеҙҙе баһалап, беҙҙе шулай онотмай, дәртләндереп тороуҙары ҡыуаныслы ваҡиға. 2025 йылда минең был өлкәлә эшләүемә 20 йыл да була инде. Китапханасы эше ситтән ҡарағанда ғына еңел күренә, ысынында был ҙур тырышлыҡтар талап иткән, ҡыҙыҡлы хеҙмәт. Беҙҙең эшебеҙҙе күреп, ҡыуандырып, юғары баһалап торған етәкселегебеҙгә ҙур рәхмәттәремде еткерәм: Татьяна Николаевна Хлопонинаға, Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Нуриәхмәтоваға һәм дә район етәкселегенә лә ҙур рәхмәт. Китап уҡыусылар күп булһын, ауылдарыбыҙ бөтмәһен тип теләп ҡалам, ә беҙгә артабан да тырышып эшләргә яҙһын.