Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрендә уҙғарылды. Был көн берҙәмлек рухы менән һуғарылған ысын дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы менән берлектә үткән шиғри марафонда 4 йәштән 70 йәшкә тиклем 40 кеше ҡатнашты. Ҡайһы бер һүҙ оҫталарының сығыштары милли кейемдә һәм музыка оҙатыуында алып барылды.
Баһалама ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙы 4 категорияла баһаланы.
3 йәштән 6 йәшкә тиклем категорияла беренсе урынды Вероника Краснова алды (26- сы һанлы «Алтын балыҡ» балалар баҡсаһы ).
Беренсе урынды - 7 йәштән 15 йәшкә тиклем - Авзал Ямансаров (5-се мәктәп) алды .
16 йәштән 29 йәшкә тиклем – Виктория Максименко (6-сы мәктәп).
30 йәштән һәм өлкәндәр – Байбулатова Земфира Наиловна, Күмертау ҡалаһының 5-се мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы.
Конкурста актив ҡатнашҡан барығыҙға ла өсөн ҙур рәхмәт!
Һәр ваҡыт беҙҙең матур илебеҙҙә йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ сәскә атһын!