Йәмғиәт
4 Ноябрь 2024, 09:13

Бер һауығыу тарихы

Закир ӘКБӘРОВ, Күмертау ҡалаһы, (сатирик хикәйә).

Бер һауығыу тарихыБер һауығыу тарихы
Бер һауығыу тарихы

“Ауырыу тарихы” була, уныһы табиптар фантазияһы, тейерһегеҙ, ағай эне. Тик “Һауығыу тарихы” тураһында бер ҙә ишеткән юҡ бит әле, тейерһегеҙ. Юҡ шул,юҡ. Быға хатта иң шәп табиптарҙың да фантазияһы етмәй. Булдырһа, бары минең күрше Ғәбделхәй ҡарт ҡына булдыра алыр быны.
Бер-нисә көн урамда күренмәгәс, өлкән кеше бит, әллә ауырып киттеме икән тип, хәл белергә кергән инем. Юҡ, ип-иҫән, диванында ҡырын төшөп, эсен һыйпап телевизор ҡарап ята. Минең хәл һорашыуыма ул ошо ғәжәйеп тарихты һөйләп яуап бирҙе.
Эйе, күрше, ошо телевизор атлы “тиле тартма” булмаһа, уның реклама атлы шау-шыуы шаулап тормаһа, билләһи, һеҙҙе бында йәтим ҡалдырып киткән булыр инем бит... тегендә. Сире лә сир тип әйтерлек түгел. Йүнле әҙәмгә йә ангинаһы, йә гипертонияһы, йә һис юғында коронавирусы эләгә. Ауыҙ тултырып, маҡтанып әйтерлек ауырыуҙар. Ә миңә, әҙәм мәсхәрәһе – эс ҡатыу ауырыуы!.. Йәғни, хәләл көсөм менәнтапҡан хәләл ризығым бер яҡтан керә, икенсе яҡтан сыҡмай ыҙалай. Нишләп улай икән ул? Нишләп был сир ғүмерҙәре буйы урлап йәшәгән, урлап ашаған ҡоп-ҡорһаҡ түрәләргә түгел, миңә йоҡҡан?
Ярай, быныһы икенсе мәсьәлә. Үтер әле тип, бер көн ыҙаландым шулай, икенсе көн ыҙаландым, өсөнсө көн китетм фельдшерыбыҙ Тәнзиләгә. Бер ҡосаҡ дарыу яҙып бирҙе игелекле бала. Шуларҙы эсәм улсап-услап. Файҙалары юҡ. Ә эсем шартларға етешеп тулды. Инсульт, йә инфаркттан үлгән тип әйтмәҫтәр бит, күбенеп үлгән тиерҙәр. Халыҡ ғүмер баҡый ҡулланған сараларға күстем. Күмер ашап ҡараным – ярҙамы булманы, миләш һуты эстем – үҙәкте генә көйҙөрҙөм, тоҙлап хәмер йоттом – башҡа сыға бирҙе – эсәктәргә көсө етмәне. Үҙем хәжәт йортонан сыға алмай, көсәнәм дә көсәнәм... Уҙған көн шулай инде яҡты донъя менән хушлашыр хәлдә ултырһам, әбей тәҙрәнән ҡысҡыра:
- Бабай, кер әле, кер, телевизорҙа һине һөйләйҙәр...
- Кем һөйләһен унда мине? Мин кемгә хәжәт?
- Һине түгел инде, һинең сиреңде...
Шулай ҙа, ыштанымды әллә күтәрҙем, әллә күтәреп өлгөрмәнем, йүгереп индем. Рекламаның мин ишетеп өлгөргән өлөшө күңелемдә өмөт уты тоҡандырҙы: имеш, “эс ҡатыу – хәтәр сир”, “ваҡытында сара күрмәһәң – летальный исхол”, донъялағы иң эффектлы сара ул беҙҙең “Сим-сим” препараты”, “Япон диңгеҙе үҫемлектәренән генә эшләнә”.
- Булды! – тип әйттем мин әбейемә. – Алдырам! Күпме торһа ла – ике йөҙмө, биш йөҙмө... хатта мең һум торһа ла алдырам!.. Аҡса йәл түгел...
Ә телевизорҙағы сибәр мәрйә ҡыҙыҡтырып ҡыҙыҡтыра:
- Алдырығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ! Йәшәреп китерһегеҙ! Сексуаль энергияғыҙ көсәйер! (Уныһы нәмә булалыр тағы, эт белһен). Телефон номеры..., шалтыратыу бушлай.
“Шалтыратыу бушлай”, ти бит. Вәт игелекле әҙәмдәр. “Бушлай” ти! Шалтыраттым, сибәр мәрйәгә исем-шәрифтәремде еткерҙем.
- Очень хорошо, Гаптулхай Гаптулмамбетович, беҙгә мөрәжәғәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ...
Бик ныҡ ҡыҫталып барһам да, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәй булдыра алмайым әле:
- Ҡарағыҙ әле, ханым, ул үләнегеҙҙе йәһәннәм тишегендәге Япун диңгеҙенә барып йөрөмәй, әйтәйек, беҙҙең Аҫылыкүлдә генә йыйһағыҙ булмаймы? Унда үләндең күплеге!..
Сибәр бисә ҡыңғырау шылтыратыуы кеүек моңло тауышы менән шарҡылдап көлдө.
- Юҡ, Гаптулхай Гаптуламамбетович. Бер ниндәй йылғала ла, күлдә лә, хатта диңгеҙҙә лә түгел, тик Япон диңгеҙендә генә... Йә, заказать итәһегеҙме инде? Нисә упаковка?
- Бер ҡабы күпме тора һуң?
- Һеҙгә, пенсионерҙарға, өс процентскидка менән утыҙ алты мең генә. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: тулыһынса һауығыу өсөнөс упаковканан да кәм алмаҫҡа...
Был һүҙҙәр аңыма барып етмәне әле, шулай ҙа тулышҡан эсәктәрем ҡыбырҙай биреп ҡуйҙылар.
- Күпме, күпме?
- Бер ҡабы утыҙ алты, өс ҡабы йөҙ ҙә һигеҙ мең генә.
Мин телһеҙ ҡалдым, күҙҙәрем маңлайыма менде. Эсемдә дауыл ҡубыуын һиҙеп, хәжәтханаға сығып йүгерҙем. Етеүлеккә барып етә алманым. Уныһы инде ваҡ мәсьәлә. Иң әһәмиәтлеһе – сиремдән ҡотолдом!
- Бына шулай ҡустым. Кәрәк була ҡалһа, миңә әйт – миндә теге сибәр бисәнең адресы ла, телефон номеры ла бар. Шалтыратыу – бушлай!..
Ғәбделхәй ҡарт хәйләкәр йылмайҙы...

Автор:
Читайте нас