Йәмғиәт
14 Ноябрь 2024, 08:55

Сер түгел

Бөгөн Керәүле-Илюшкин ауылы байрам итте.

Сер түгелСер түгел
Сер түгел

"Айыҡ ауыл" конкурсын үткәрергә сират уларға етте. Халыҡ байрамдарға ҡаршы, кәйеф яғы самалы, фәлән дә төгән тип, ҡатнашмаҫҡа самалайҙар ине лә, йыҡтылар - байрам түгел ул, ашап-эсеп, йырлап йөрөмәйбеҙ, түңәрәк өҫтәл һымаҡ нәмә үткәрһәгеҙ ҙә була, айыҡлыҡты пропагандалайһығыҙ икән - етте.
Шулай ҙа йырһыҙ буламы ни, аш-һыуһыҙ ҙа булмай. Әммә иң мөһиме ауылдарҙа оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләрҙе, актив кешеләрҙе ҡотлау, уларға рәхмәт әйтеү булғандыр.
Һүҙ ҙә апаруҡ булды, әлбиттә:
- Был конкурс ауылдарҙа бөтөнләй эсмәһендәр тигәндән үткәрелмәй, сер түгел, Яҡут, Яҡшымбәт, Кинйәабыҙ ауылдары был бәйгелә еңеп сыҡты, шул арҡала күпме төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙылар... Хәҙер бит урамда аунап ятҡан кеше лә юҡ, сер түгел, ундайҙарҙың күбеһе, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡайҙа китеп бөттө... Ауылдар һүнеп бара, халыҡ аҙая, был бик ҙур бәлә. Иң мөһиме, ҡатын эсмәһен, атай эскән бер бәлә, әсә эскән мең бәлә тип юҡҡа әйтмәгәндәр.... Йән тыныс булһын, бөтөн ауырыуҙар ҙа, нервыларҙан килә, сер түгел, шуға күберәге спорт менән шөғөлләнегеҙ.

...Тышта ике ир һөйләшеп торҙо, береһе Ҡаҙарма, икенсеһе - Керәүле. Башҡортсалап ебәрәләр, Керәүленеке акцент менән булһа ла, башҡортса һөйләшә. Ошо күренеш күңелгә бик хуш килде. Татыулыҡ, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәү - бөгөнгө көндә иң мөһиме, быныһы ла ҙур сер түгел.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас