Бөгөнгө көндә халыҡты шифалы үләндәр, им-том менән дауалаусылар күп. Бәләкәй Муса ауылында йәшәгән Ғәлим Миһранов үҙенә ярҙам һорап килеүселәрҙе шифалы үләндәр менән дауалай.
-Дарыу үләндәренең һәр ҡайһыһы бер ауырыуға шифа. Аллаһы Тәғәлә кешегә ауырыу бирһә, мотлаҡ дауаһын да бирә. Тик дарыу үләндәренең үҙенең йыйыу ваҡыты бар. Барып ҡаҙып алдың да дауаландың түгел. Башҡорт мәҡәлендә андыҙ барҙа - ат үлмәҫ, ирәүән барҙа - ир үлмәҫ, тиҙәр. Андыҙҙың иң көслө сағы - яҙ, яңы шытып сыҡҡан сағы йә ҡырау төшкәндән һуң алалар. Ҡыҙ андыҙ, малай андыҙ була. Ҡаҙып алғанда ерҙә үҫентеһен ҡалдырырға кәрәк. Юғиһә, беҙ мәтрүшкә булһынмы, башҡаһымы - төбө-тамыры менән йолҡоп алырға яратабыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола буйынса дарыуҙың шифаһы булһын өсөн ергә 7 хәйер бирергә кәрәк: бер семтем тоҙ, аҙыраҡ икмәк, шәкәр киҫәге һәм баҡыр аҡсалар. Андыҙ иммунитетты нығыта, кешегә көс бирә, бауырҙы, үпкәне таҙарта, - ти Ғәлим ағай.
Уның үләндәрҙе ҡулланыу буйынса ҡайһы бер кәңәштәрен гәзит уҡыусылар иғтибарына еткерәбеҙ.
Мәтрүшкәне - халҡыбыҙ элек-электән сәй урынына ҡулланған. Ә бына һары мәтрүшкәнең составында наркотик матдәләр бар, күп ҡулланырға ярамай.
Ҡайын япрағы - кешегә көс бирә, бик күп ауырыуҙарға дауа. Кешене йәшәртә.
Меңъяпраҡ, арыҫлан ҡойроғо - ҡан баҫымын төшөрә.
Йәшел сәй - атеросклерозға, шәкәр диабетына, гипертонияға, күҙ сирҙәренә дауа.
Һуған менән һарымһаҡ - организмдың иммун системаһын нығытыу йәһәтенән бик яҡшы тәьҫир итә. Һалҡын тейҙергәндә микробтарҙың таралыуына юл ҡуймай.
Әлморон - аҙ ҡанлылыҡтан ярҙам итә.
Бәпембә лә - бик шифалы үлән. Тамырын яҙ йә көҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй бик файҙалы түгел. Бәпембә тән температураһын төшөрә, тир һәм үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Аппетитты күтәрә.
Алма - ашҡаҙан-эсәк, йөрәк, бөйөр ауырыуҙары, һары һыу, склероз, ревматизм, подагра, юғары ҡан баҫымы, аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланғанда ярҙам итә. 2-3 алмаға 1 литр һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға. Көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан бер стакан эсергә. Был шифа йүтәлде баҫа, дөйөм һаулыҡты нығыта.
Миләштең мөғжизәле көсө күптәргә мәғлүм. Уны борондан сихырҙан, яман күҙҙән һаҡланыу өсөн ҡулланғандар. Әле лә яңы тыуған балаға күҙ теймәһен, ен-шайтан ҡағылмаһын өсөн миләш ағасынан бишек яһайҙар йә, беләҙек яһап, сабыйҙың ҡулына тағалар.
Емеше һәм һуты түбән кислоталы гастрит, атеросклероз, геморрой осрағында ярҙам итә. Бәүел, үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бауырҙағы майҙы, ҡандағы холестеринды кәметә, ҡанды яҡшырта. Зарарлы микробтар менән көрәшә.
Бауырҙа таш булғанда урман миләшенең емешен көн дауамында 2-шәр стаканлап ашарға кәңәш итәләр. Уны икмәк, бал, шәкәр менән ҡушып ашарға була. Дауаланыу бер ай ярым дауам итә.