Йәмғиәт
19 Ноябрь 2024, 10:21

Бәхетле булыр өсөн тыуабыҙ был донъяға

Мөнир яраланып ҡайтҡан һалдат.

Бәхетле булыр өсөн тыуабыҙ был донъяғаБәхетле булыр өсөн тыуабыҙ был донъяға
Бәхетле булыр өсөн тыуабыҙ был донъяға
Бөгөн уға "Батырлыҡ өсөн" миҙалын тапшырҙылар. Зәк-Ишмәттәге сара, дөйөм алғанда, ошо егеттәргә һәм, әлбиттә, уларҙың әсәләренә, ҡатындарына, балаларына бағышланған ине. Мөнирҙең ҡатыны Рәмилә, ҡыҙы Сабина һәм улы Тимур донъялағы иң яҡын кешеләре - ирен һәм атаһын һәр саҡ яндарында күрергә, уның йылыһын тойоп йәшәргә теләй. Бөтөн әсәләр, ҡатындар, балалар шулай  - кеше ерҙә бәхетле булыр өсөн тыуа. 
Ишмөхәмәтовтар ғаиләһен, бөтөн Зәк-Ишмәт ауылы, Көйөргәҙе, Күмертау, Башҡортостан халҡы, улай ғынамы - бөтөн донъялағы кешеләр, барығыҙ ҙа, бер-берегеҙҙән айырылмай, тәнегеҙ ҙә, йәнегеҙ ҙә бер ҡасан да яраланмай, бәхетле булып йәшәгеҙ!  
Автор:
Читайте нас