Был рецепт менән бер бешерһәгеҙ, яҡындарығыҙ гел ошо ризыҡты һораясаҡ. Уның сере бар.
Ҡайһы берҙәребеҙгә һәләттең төрлөһө өйөп бирелә. Нимәгә тотонһалар ҙа, килеп сыға. Көйөргәҙе районына эш сәфәребеҙ мәлендә аш-һыу бешереүгә уңған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Рәйлә Атйетәрова менән таныштыҡ. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ул ғөбәҙиә рецебы менән уртаҡлашты.
- Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 50 грамм йомшаҡ аҡ май, 100 грамм ҡаймаҡ, семтем тоҙ, 1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 200 грамм самаһы он кәрәк. Ошоларҙы ҡушып ҡамыр баҫҡандан һуң, уны һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ул арала эслек тә әҙерләйбеҙ. Бер стакан дөгөнө йыуып, тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ, берәр ус самаһы йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш (чернослив) йыуып турайбыҙ, 3-4 йомортҡаны бешереп, ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ, 250-300 грамм ҡыҙыл эремсек әҙерләйбеҙ.
Ҡамырҙы алып ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын табаға йәйгәс, тәүҙә ҡыҙыл эремсек һалабыҙ, аҙаҡ 1-2 ҡалаҡ шәкәр һибеп, дөгө һалабыҙ, уның өҫтөнә емештәр, иң һуңынан йомортҡаны йәйәбеҙ, әҙ генә аҡ май өҫтәп, гөбәҙиәнең өҫтөн ҡаплайбыҙ. Ҡаплағас, май, шәкәр,ондо бергә бутап валсыҡты ҡамыр өҫтөнә һибәбеҙ. Газ духовкаһында 40 минут самаһы бешерәбеҙ, - тине Рәйлә апай.
Бешереп ҡарағыҙ. Яратып, күңел һалып әҙерләнгән бәлеш яҡындарығыҙҙың яратҡан ризығына әүереләсәк.
Сығанаҡ :"Башҡортостан" гәзите