Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2024, 08:24

Әсә көнө, улдар көнө

Яҡуттар ике байрамды бер юлы үткәргән. 

Әсә көнө, улдар көнө
Әсә көнө, улдар көнө

Ноябрҙең бер һалҡын көнөндә, йылы бер көн бар, үҙе наҙлы, үҙе яғымлы бер көн, Әсәләр көнө!
Ошо Әсәләр көнөндә, барлыҡ ата- әсәләр, уҡытыүсылар, уҡыусылар, тәрбиәселәр, һалдат әсәләре, ауылыбыҙ юбиляры Зөбәржәт Зәйнитдин ҡыҙы, кисәнең ҡунаҡтары булдылар!
Мәктәп балаларының концерт номерҙарын ҡарап, шулай уҡ үҙҙәренең матур йырҙары менән "Күңел нуры" ағзалары сығыш яһаны, бик матур сығыштарҙы ҡарап, дәррәү алҡыштар менән, ҡыуанып ултырҙылар ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ.
Быйылғы йыл "Ғаилә" йылы тип иғлан ителгәйне президент тарафынан;
Көндөң яҡтылығы- ҡояшта,
Күктең матурлығы- йондоҙҙарҙа.
Ерҙең гүзәллеге - ҡатын- ҡыҙҙарҙа.
Ошо ғаиләнең йәме Әсәләр имен булһын!
Ғаилә ул беҙҙең өй, ата- әсәләр, олатай- өләсәйҙәр!
Ата- әсә ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар көҙгөһө.
Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер- беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәйек, дуҫтар!

Бөгөн үҙемдең Яҡут ауылы китапханаһы түңәрәгенә йөрөгән "Күңел нуры" ағзаларын ҡотлап үтеүебеҙгә бик шатмын!
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙының ҡулынан "Рәхмәт хаты" алыуы бик тә ҙур ҡыуаныс булғандыр әхирәттәремә.
Рәхмат хаты Ермолаево үҙәк китапханаһы директоры Хлапонина Татьяна Николаевна исеменән ине.
Бик күп йылдар Мораптал мәктәбендә, директор вазифаһын башҡарған Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы ла, мәктәбебеҙгә йәм өҫтәп, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәхмәт барығыҙға ла!
Ғүмерҙәрҙең һәр бер минутында
Балам тиеп йөрәк талпына
Байрам менән Һеҙҙе, Әсәкәйҙәр!
Һау булайыҡ улдар хаҡына!
Кисәбеҙҙең ахрыһы юҡҡа ғына "улдар хаҡына"- тип бөтөрөлмәне.
"Улдар" көнөн билдәләйбеҙ бөгөн, ошо уңай менән ғәзиз улдарыбыҙға шиғыр юлдары менән ошо теләктәрҙе еткерҙек:
Улдар көнө, бөгөн матур байрам
Ҡотло булһын был көн Әсәйҙәр!
Сөнки ғүмерҙәрҙең һәр мәлендә
Улар балам тиеп йәшәйҙәр.
Был донъяға ауаз һалған көндән
Имен булһын ине юлдары
Балаһына бәхет, тәүфиҡ һорап
Доға ҡыла әсә ҡулдары.
Тәпәй баҫҡан көнөн, тәүге һүҙен
Һәр һулышын тойоп көн итә
Әсәйҙәрҙең оло йөрәгенә.
Йылы ҡосағына ни етә!
Кисәбеҙҙә ҡатнашҡан берҙән-бер атай - Дамир Ҡәҙерғоловтың моңло йырлары бик хуш килде Әсәйҙәрҙең күңелдәренә!
Кисәне ойоштороусыларға, өҫтәл әҙерләп йылы сәйҙәр эсергән барлыҡ атай-әсәйҙәргә, уҡыусыларға, уҡытыусыларға, "Күңел нурҙарына" Рәхмәт!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас