Все новости
Йәмғиәт
5 Декабря , 08:20

Һалдаттарға - тыуған ил йылыһы

Күмертау дауаханаһы яуға ике мунса оҙатҡан.

Һалдаттарға - тыуған ил йылыһы
Һалдаттарға - тыуған ил йылыһы
Мунсаның береһе йәй көнө үк киткән булған Бына ғәләмәт, был турала беҙгә кисә Илнур Уразаев әйтмәһә, белмәй ҙә йөрөр инек, бер ҡайҙа ла был турала хәбәр булманы тине Илнур, күрәһең, яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал принцибы менән ҡылғандар изге ниәттәрен. Шулай ҙа, ныҡышы торғас, беҙгә фотоларын бирҙе. 
Мунсаларҙы төҙөгәндә (улары тәгәрләп йөрөй торғаны, яугирҙәргә уңайлы - кәрәк саҡта, яйы тура килһә, индек дә сабындың), ”Заря" йәмғиәте етәксеһе Варламов Андрей ярҙам иткән. 
Был мунсаларҙа йыуынып-сабынғанда, яҡташ егеттәребеҙ, моғайын, үҙҙәрен хәс тыуған ауылында, ҡала мунса-саунаһында ултырғандай хис итәлер. 
Автор:
Читайте нас: