Төп тема, билдәле, уның оҙон һәм ауыр юл үтеп ҡайтыуы, кисерештәре, алдағы көнгә пландары ине.
Тәүҙә Юлай Талха улы ана шул бер йыл ғүмер тураһында бәйән итте (һуғышта йөрөгән ваҡыты).
- Мине был тылда ғына, штабта боҫоп ултырған тип уйлағандар бар. Иптәштәр, үлем янымда ғына йөрөнө, 200-лө тип аталғандарҙы күп күрҙем. Йәнә бер шелтә: ниңә һеҙ ҡайттығыҙ, ә беҙҙең улдар ҡайта алмай? Мин Барс тип аталған хәрби ойошма (Оборона министрлығына ҡарай) аша киттем яуға, унда контракт теүәл иҫәпләнгән, ваҡытың бөттө - ҡайтаһың. Ҡалғандар, мобилизация буйынса киткән, контрактниктар, махсус Указ сыҡмайынса, ҡайта алмай.