«Махсус хәрби операция илде, республикала йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы — хәҙер иң мөһим кеше. Беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төр ярҙам сараһы булдырылған. Шулар араһында шифаханала бушлай ял итеү һәм сәләмәтлекте нығытыу ҙа бар. Адреслы ярҙам күрһәтеү ҙә контролдә тотола. «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса өҙлөкһөҙ эш алып бара. Шулай уҡ Күмертауҙа ла яугирҙарҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап булышлыҡ итәләр.
Филиалдың Күмертау бүлексәһенең социаль координаторы Светлана Гречушкина:
- Быйыл беҙҙең филиалға 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт итеү теркәлде һәм хәл ителде. Беҙ ҡалабыҙҙың бөтә структуралары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләй һәм улар күбәйә. Торлаҡты яраҡлаштырыу проекты, «аҡыллы йорт» системаһы яраланып ҡайтҡан ветерандарыбыҙҙың көнкүрешен еңеләйтергә ярҙам итә. Программа хәрәкәт функциялары, күреү, ишетеү һәм башҡа проблемалары булған МХО яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән. Ҡалабыҙҙың 3 яугиры торлаҡты яраҡлаштырыу проекты сиктәрендә программала ҡатнашты. Бер ветераныбыҙға вертикализатор ҡоролмаһы алынды.
Ҡалабыҙ башлығы Олег Астахов яуҙа һәләк булған яугирҙарыбыҙ ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсаты менән ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен беркетте. Был да бик уңайлы.
"БАРС" йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла. Улар менән берлектә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан һалдаттар менән төрлө осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре, мәҙәниәт йорттарында тантаналы осрашыуҙар һәм башҡалар үтә. Яугирҙарыбыҙ менән бергә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ "Атайсал"ға ла барып ҡайттыҡ.