Шулай уҡ ул 2025 йылдың ғинуарында координация кәңәшмәһе үткәреләсәге тураһында хәбәр итте. Унда 2024 йылға йомғаҡ яһалып, артабан ҡайһы йүнәлештә эш алып барыу хәл ителәсәк, тине. “Юшатыр” гәзите районыбыҙҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡарата ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында район хакимиәтенең социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары
Данил Акиловтан һорашты.
- Районыбыҙҙа сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Улар өсөн төрлө саралар үткәрелеп, ярҙамдар ҙа күрһәтелеп тора.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр Йәмғиәтенең “ОВЗ-лы балалар өсөн саңғы спорты” проекты Президент гранттары конкурсында еңеүсе булып, Башҡортостан Республикаһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылыуы ҙур һөйөнөс булды. Шулай уҡ, районыбыҙҙан делегация ҡатнашҡан «Ҡаршылыҡтарҙы емереү» Бөтә Рәсәй форумында ла был проект тәҡдим ителеп юғары баһаланды. Проект сиктәрендә, Көйөргәҙе районы инвалидтары Йәмғиәте, Ермолаевоның коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре өсөн 30 пар саңғы һәм аяҡ кейеме алып ҡыуанды.
Йәмле йәйҙә республика кимәлендә үткән спорт туризм буйынса үткәргән йыйын да әүҙем үтте. Бөгөлсән ауылы янында Ағиҙел йылғаһы ярына республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән 26 команда бик теләп ҡатнашты. Был сараға Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла килде һәм ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Шот паркында ОВЗ балалар өсөн үткәрелгән республика спорт фестивале лә юғары кимәлдә үтте. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 26 команда саңғы ярышында үҙҙәрен күрһәтте. Өфөлә үткән “Үҙ-үҙеңде еңеү” тип аталған спорт фестиваленән дә беҙҙекеләр ситтә ҡалманы. Шулай уҡ респубика буйынса үткән шахмат, шашка конкурстарында, “Бәхеткә хоҡуҡ” форумында һәм башҡа бик күп сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар. Бер ҙә тик ятмайбыҙ, һәр яҡлап та әүҙем булырға тырышабыҙ. Быйыл, дәүләт программаһына ярашлы, мәшғүллек үҙәге менән берлектә мөмкинлеге сикләнгән 11 кешене эшкә урынлаштырыу ҙа күңелде күтәрҙе. Киләһе йылда ла тик ятмаясаҡбыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яуларыбыҙға ышанам, - ти Данил Зиннәт улы.