-16 °С
Облачно
Кемдәрҙер байрамға әҙерләнә, кемдәрҙер корпаратив тип дыу килә.
А шулай ҙа ниңәлер күңел байрамға тартылмай!
Әҙ булһа ла ярҙам булыр тип, беҙ бер төркөм Мораптал ҡатын- ҡыҙҙары, мин Яҡуттан, һалдат әсәләре, мөслимәләр маскировка селтәрҙәре үреп, балаларға еңелерәк булһын- тигән уй менән, ошо эште башҡарабыҙ.
Бында улдары һуғышта йөрөгән әсәләр ҙә ҡатнаша, теләктәрҙең иң изгеләрен теләп үрәләр, беҙҙә ҡушылабыҙ ошо теләктәргә;
Бер үк кенә, хатта ошо үргән селтәрҙәр барыпта етмәһен, һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе ишетергә яҙһын инде- тип теләй- теләй эштәрен дауам итәләр!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.