Все новости
Йәмғиәт
2 Января , 11:13

Изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын

Беҙҙең улыбыҙ яу яланында йөрөй.

Изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын
Изгелектәрегеҙ әйләнеп ҡайтһын

Көнө-төнө район халҡы, ауылдаштар уларға ярҙам туплай, инде нисәнсегә гуманитар ярҙам йыйып ебәрәләр.
Әле бына Көйөргәҙе ауылы һәм Урта Бабалар халҡы сираттағы гуманитар ярҙам туплап, ялға ҡайтҡан улыбыҙ аша егеттәргә биреп ебәрҙеләр.
Улар беҙгә ҡан туған булмаһа ла, уртаҡ бәлә берләштерә тигәндәй, беҙҙең хәлебеҙгә инеп, улдарыбыҙға ярҙам йыйыуҙары шул тиклем күңелгә йылылыҡ йүгертә, бындай берҙәмлек менән еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыуға өмөт уята.
Гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороусылар Хәлитов Хәбир Ғәли улы һәм Бикбаева Фәниә Йәүҙәт ҡыҙына айырыуса ҙур рәхмәт. Улар халыҡтан аҡса йыйып, егеттәребеҙҙең УАЗ машинаһына өр-яңы тәгәрмәс һатып алып ебәрҙеләр.
Ауылдаштарға, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтлебеҙ, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡатйһын.
Рәхмәт менән Рахманғоловтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас: