Все новости
Йәмғиәт
8 Января , 08:32

Хафиз абзыйға рәхмәт!

Ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, барлыҡ изге теләктәрҙе теләп ҡалабыҙ!

Хафиз абзыйға рәхмәт!
Хафиз абзыйға рәхмәт!

Яу яланында йөрөгәнебеҙгә ике йылдан ашыу ваҡыт та үтеп китте. Яуҙа йөрөү уйын эш түгел, ошо ваҡыт эсендә, ҡыҙғанысҡа, күп кенә егеттәребеҙҙе юғалтырға ла тура килде. Беҙ бында күргәндәрҙе, өйҙәгеләргә күрергә яҙмаһын.
Дуҫ, туғандар шатлыҡлы мәлдә түгел, ауыр саҡтарҙа һынала икәне ошонда үткән көндәр аша һиҙелде. Шылтыратып, хәлдәрҙе белешеп, ярҙам итеп торғандарға ҙур рәхмәт, һеҙҙән килгән һәр сәләм танһыҡ, тыуған яҡ йылыһын алып килгәндәй була.
Бөтә ил яуҙа йөрөгәндәр өсөн тырышып ярҙам туплай, һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Бындай ярҙамдар беҙҙе лә урап үтмәй, ялға ҡайтҡанда аҙыҡ-түлек, ваҡ-төйәк кәрәк, яраҡтар биреп ебәреүселәр бар, барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Рәхмәттәребеҙҙең иң олоһон ауылдашым, ауылыбыҙҙың булдыҡлы фермеры Хафиз абзый Сарбаевҡа еткергем килә. Хафиз абзый тәүге көндән атай-әсәйем аша беҙҙең хәлдәрҙе һорашып, яуҙағы егеттәргә нимә кәрәклеген белешеп, тәүге көндән беҙҙе ярҙамынан айырмай. Оҙатҡанда ла ярҙам итте, яу яланына килеп төшкәс тә, егеттәр ас-яланғас йөрөмәһен, тип аҡсалата ярҙам итеп торҙо. Яңыраҡ нимә кәрәк, тип һорашҡас, генератор булһа яҡшы булыр ине, тинек. Ул оҙаҡ уйлап тормай, ялға ҡайтҡан иптәшем Илгиз аша генератор һатып алып та ебәрҙе. Уның һәр ярҙамы ихлас күңелдән икәненә ышанам, ул ярҙам итеүен фото, ҡағыҙ өсөн башҡармай, ысын күңелдән бирә.
Шундай ауылдашым булыуы менән ғорурланам, ныҡ рәхмәтлемен уға, егеттәрҙең һәм шәхсән үҙемдең исемдән Хафиз абзыйға ҙур рәхмәт, уға, уның ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, барлыҡ изге теләктәр теләп ҡалабыҙ!

Ҙур рәхмәттәр менән яу яланынан Илдар Вахитов

Автор:
Читайте нас: