Заманалар үҙгәреү арҡаһында онотола башлаған был кәсеп һуңғы йылдарҙа үҙенең икенсе йәшлеген кисерә. Был кәсепте беҙҙең Якуп ауылы халҡы ла күтәреп алып сыҡты. Ауылыбыҙ клубында ауыл халҡы өсөн Нурзилә Искәндәрова оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Улар өҫтәл станогында ептәрҙе дөрөҫ итеп һайлап, балаҫ һуғып ҡаранылар. Балаҫ һуғыу нескәлектәре менән таныштылар.
"Бәләкәй саҡта ҡыямат өләсәйем- Сәйҙәнең матур йөн балаҫтар һуғыуын күреп үҫтем, шуға ла ошо шөғөл бик яҡын миңә. Тәүге станокты Архангель районынан барып һатып алдым, шунан башланды инде интернет селтәре аша эҙләнеүҙәр. Бәхеткә ҡаршы Сажидә Наил ҡыҙының марафонына эләктем. Бына икенсе йыл инде үҙаллы балаҫтар һуғам", -ти Нурзилә Миңлеәхмәт ҡыҙы.
Нурзилә Искәндәрова ның төрлө биҙәктәр һалып һуҡҡан балаҫтары күҙ яуҙарын алып йорот эсен биҙәй. Һәр бер эшенә ул үҙенең күңел йылыһын һалып башҡарғаны күренеп тора. Ошондай ҡул эшенә оҫта булған кешеләр ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсепкә юғалырға юл һалмаҫ.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы