Быны, символ-ғәләмәткә ышанғаны, ышанмағаны ла яҡшыға юраны, аҡлыҡ - сафлыҡ, таҙалыҡ, ғөмүмән, яҡшылыҡ билдәһе.
...Оҙаҡ йылдар ҡоролтайҙың рәйесе йөгөн тартҡан Юлай Ишмөхәмәтов бөгөн ҡамытын туғарҙы - йәш ҡан кәрәк, тине. Залда ултырғандар бер уңға, бер һулға ҡарап, үҙенсә фараз ҡылды: кем булыр икән ул "йәш ҡан"? Анауы тиер инең... Юҡтыр, үҙенең төп эшен саҡ алып бара. Әллә бынауы микән? Йылмайып тик ултырһа, юғиһә? Улай тиһәң, бер аяғын атлағансы, икенсеһен эт ашай...
Кемдең фаразы дөрөҫкә сыҡты, белеп өлгөрмәнек. Аҡтан кейенгән гүзәл зат булды яңы рәйес.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.