दुनियां है दिलवालों की
हां आं
गोरों की ना कालों की
दुनियां है दिलवालों की
हसके जियें हसके मरें
हम जैसे दिलवालो की
हो ओ.. ओ..
Һинд телен белмәһәк тә, ул туған телдәй яҡын ине.
Элек. Болливуд сығарған һәр яңы фильмды көтөп алаһың (әл дә Советтар Союзы Һиндостан менән дуҫ булған, юғиһә, клубтарҙа кем илап ултырыр ине?), Фәлән тигән кино сыҡҡан, күрҙеңме, Төгән тигәне тағы ла шәберәк, ундағы мөхәббәт... Иҫең китер....
Һинд теле, шуға күрәлер ҙә, үтә яҡын булып китте. Йырҙарын тыңлағанда, ҡолаҡҡа уның һүҙҙәре лә инә, бер тамсы аңламаһаң да, моңо йәнгә ятышлы ғына, һиҙмәҫтән, ҡушылып, үҙең дә һиндиса йырлап ебәрәһең.
Һоро ки на калуки
Донъяһы билва луки
...Хәҙер Һиндостан киноһының ҡәҙере бөттө, башҡараҡтары аңды баҫты (кемдер барыбер телевизорҙағы махсус каналдарҙан ҡарауын дауам итә).
Кисә Күмертауҙағы сығышында Ирек Ноғоманов беҙҙе үткәндәргә алып ҡайтты: һинд телендә йырланы. Һүҙҙәренең бер хәрефен дә аңламаһаҡ та, күңелгә ныҡ яҡын моң ине ул - мөхәббәт тураһында. Мөхәббәткә тәржемә кәрәкмәй.