Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 16:56

Юлдарҙы ҡапламағыҙ

Күркәләнеп сығып киттек, ергә лә теймәй табан.

Юлдарҙы ҡапламағыҙ
Юлдарҙы ҡапламағыҙ

Билдәле поэманың һүҙҙәре беҙгә тап килеп торғандай. Көн яҡтыра башлағас ҡына ҡуҙғалдыҡ, Машинаның артына хәтәр һүҙҙәр яҙылған "Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ". Кем ул башҡалар, һораған кеше юҡ, әммә бына беҙ киләбеҙ, күрегеҙ тигән кеүек булды был. Яҡшымбәт тарафтарынан да ваҡытында ғына килеп торғайнылар. Томандарҙы ярып, елдек кенә. Салауат янында юлды япҡайнылар, урап үтергә тура килде. Шөкөр, имен генә барып еттек - һаумы, йәшлек ҡалам Стәрле.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы стратсессия йыя икән, кисә Сибайҙа булған, бөгөн, бына, Стәрлетамаҡта.

Халыҡ апаруҡ ҡына йыйылған. Көнъяҡ зонаның ҡоролтайҙары килгән. Бына Мораҡ, бына Федоровка, Салауат, бына Күмертау... Беҙ - көйөргәҙеләр. 
Алты өҫтәлгә бүленеп, төрлө темаларға фекер алышып, һәр кем, аҡылы кимәленә ҡарап, тәҡдимдәрен керетте. Мәғариф, ата-әсәләр менән эшләү, медиа, СВО, эшҡыуарлыҡ... 
Матур ғына фекер-тәҡдимдәр яңғыраны кеүек, шулайтығыҙ, былайтығыҙ йәки шулай итергә кәрәк, былай итергә... 
Кадрҙар мәсьәләһе күтәрелде, аҡса юҡлығы, беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, медиаға ҡағылышлы тәҡдимдәрҙе әйттек, ҡолаҡҡа элеүсе булдымы - быныһы һорау булып ҡалды. 
Концертына ҡалманыҡ. Яҡшымбәттәргә артабан ҡайтаһы бар, беҙҙең, ҡала кешеһенең дә, һарайҙа һыйыр мөңрәп тормаһа ла, эштәребеҙ байтаҡ. Шул иҫәптән, йәмәғәт эше лә. Ҡайтҡанда томан таралғайны, юлды быуыусылар ҙа булманы. Хәйерлегә юраныҡ -  нимә эшләһәк тә юлыбыҙ асыҡ булһын һәм уны ҡаплаусылар булмаһын ине. 
Автор:
Читайте нас