Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 14:11

Яҡуттар һеҙҙе ярата

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы үтте.

Яҡуттар һеҙҙе ярата
Яҡуттар һеҙҙе ярата

Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ғаиләләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән конкурста ауылдашыбыҙ, Яҡут ҡыҙы, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Салауат райондарында йәшәүсе Әлиә һәм Салауат Алтынбаевтар ҙа ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Алтынбаевтар ғаиләһе беренсе урын алыуға өлгәште. Афариндар! Ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ Әлиә һәм Салауат кейәүҙе. Ике улығыҙға терәк, таяныс булып, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер кисерегеҙ! Йортоғоҙға именлек, ғаиләгеҙгә ҡот килһен, ауыр саҡта арҡа терәр яҡынығыҙ менән тормош бейеклектәренә бергә етәкләшеп артылығыҙ! Ата-әсәләрҙең тормош тәжрибәһенә таянып, балаларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, ябай ғаилә ҡиммәттәренән йәшәү йәме табып бәхетле ғүмер кисерергә булһын! Бер-берегеҙгә иғтибар һәм һөйөү йәлләмәгеҙ! Яҡуттар һеҙҙе ярата, хөрмәт итә.
Ләйсән АҘНАБАЕВА

Автор:
Читайте нас: