Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 13:58

Һау бул, «Һылыуҡай»

Быйыл был конкурс аҙаҡҡы тапҡыр булыр, ахры

Һау бул, «Һылыуҡай»
Һау бул, «Һылыуҡай»

“Һылыуҡай”ҙың бәҫе киттеме, элекке һымаҡ был конкурста ҡатнашырға ашҡынып торған сибәркәйҙәр һирәк. Ә элек... Һайлап ҡына өлгөр, тиҫтәләгән ҡыҙ кастинг үтер ине, матурлыҡтан иҫтән яҙып йығылған мәлдәр булды.

Хәҙер... Ҡыҙҙар юҡ, тиерлек. Егеттәрҙе («Көйөргәҙе батыры» ла бергә үткәрелә) табыуы теге ваҡыттарҙа уҡ ҡыйын ине. Әлеге заманда тормошҡа ашмаған хыял кеүек күренә был эш. Республика кимәлендә лә үткәрелмәй “Һылыуҡай”, бәлки, быныһы ла йоғонто яһағандыр – стимул юҡ.

Ҡыҫҡаһы, район мәҙәниәт етәкселеге быйыл үткәрергә лә, киләһе йылда, кешене лә, үҙҙәрен дә яфаламаҫҡа уйлай, башҡаса «Һылыуҡай» булмаҫ, моғайын.

Был матурлыҡ байрамы һағынып һөйләр өсөн бары тик тарихта ғына ҡалыр, буғай.

Быйылғыһы (аҙаҡҡыһы) 21 мартта була, әйткәндәй.

Фотола 2013 йылдағы һылыуҙар һүрәтләнгән.

Автор:
Читайте нас