«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауылдар өсөн, йәнтисләм килеп, тауыш биреү башланды.
Һәр кем тап үҙенең ауылы үтеүен, отоуын теләй, шуға, ҡулдан нисек килә, шулай булышлыҡ итә башланылар. Төп платформа – ВК. Башҡалары ла эшкә егелде, әлбиттә, әммә күбеһе тап ошонда ултыра кеүек. Тик, ни ғиллә, ВК беҙҙең еңгәнде теләмәй булып сыҡты – Госуслугаға ебәрмәй. Тауыш бирәм тиһәң, «тегендә» индермәй. Баш ҡата торғас, әле Ҡоролтайға шылтыраттыҡ. Улар был турала белмәй ҙә булып сыҡты, тәү шылтыратҡан кеше һеҙ тинеләр. Үҙҙәре инергә самаланы – юҡ, булмай. Әммә тауыш биреү бара, тип тынысландырҙылар, тимәк, башҡа платформалар аша тырышалар.
Беҙ ҙә тырышайыҡ, ВК-ға ышаныс бөттө, әммә уның бүтән юлдары бар. Яманһары, әйткәндәй, әле бишенсе урында бара - 406 тауыш.